Ошо көндәрҙә бик күңелһеҙ хәл тураһында билдәле булды. Белорет ҡалаһынан күп балалы йәш әсә балаларын дауаханала ҡалдырып киткән. Ул был ҡылығын ауыр тормош шарттары менән аңлата.
Эш шуның менән башланып китә: социаль селтәрҙәрҙә йәш ҡатынға танышы мөрәжәғәт итә һәм балаларын алып ҡайтыуҙы һорай.
– Надя, балаларыңды ал. Уларға тыныс ҡына ҡарап булмай. Бәләкәй ҡыҙың ике айлыҡ ҡына бит! Ҡайт, улар һине көтә һәм ярата, – тип яҙа ҡатын.
Шунда уҡ комментарийҙарҙа уны әрләй башлайҙар. "Балаларҙы ҡарамағас, ни өсөн табаһың?" кеүегерәк һорауҙар менән интернет тула. Надя ла шым ятмай, бәйләнешкә сыға һәм яуап бирә башлай.
"Балаларымды ташлап китеү уйымда ла юҡ ине. Әле тормошом бик ауыр. Иртә кейәүгә сыҡтым, ғаиләне мин ҡараным, ирем эшләмәне. Һигеҙ айлыҡ ауырым булған саҡта тол ҡалдым, ҡыҙымды ирем үлгәс таптым. Әле йәшәү шарттарым бик насар, балаларҙы унда алып ҡайта алмайым", – тип яҙа Надежда.
Йортона ремонт яһау менән балаларын алып ҡайтам тип анттар бирә ул. Тик әле аҡсаһы юҡ, шуға күрә кешеләрҙән ярҙам һорарға ла оялмай.
Йәш әсәне бер кем дә йәлләмәй. Надежданың бер танышы уның даими рәүештә өс балаһы өсөн пособие, аталарын юғалтҡан өсөн пенсия һәм башҡа түләүҙәр алыуын әйтә. Тик балаларына берәй нәмә алыу йәки өйөн ремонтлау урынына ул аҡсаны үҙенә һәм артынан йөрөгән күп һанлы ирҙәргә тотона.
"Дәүләт уны аҡса менән шаштырҙы. Йыл һайын аҡса өсөн бала таба! Әсәлек капиталына йорт алды ла, хәҙер унда ремонт кәрәк, ти. Һатып алған саҡта ниндәй хәлдә икәнлеген күрмәгәнме ни? Әллә ҡасан ремонтлы бүлмә алырға мөмкин ине", – тип яҙа таныш бер ир.
Икенсе бер ҡатын да фекерен белдереп, уны әрләй.
"Һиңә балалар кәрәк түгел! Иҫләйһеңме, улар ашарға һораны, ә һин бирмәнең? Ирең эшләмәгән саҡта эсеп йөрөнөң, балаларыңды ташлап киттең. Шулай булғас, һин йәлләүгә лайыҡ түгел", – ти ул.
Бик ауыр хәл. Ул нисек тамамланыр? Хәҙерҙән үҙ әсәләренә кәрәктәре булмаған балалар бик йәл...