Әммә ғаиләһе белдергән хәбәр ҡот осҡос: егетте ҡоллоҡта тотҡандар. “Уны бынан 200 километр алыҫлыҡҡа, Силәбе өлкәһенә, алып киткәндәр. Үҙҙәренә йәлеп иткәндәр, һарайҙа тотҡандар, эште тамамламайынса, бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәкбеҙ, тип әйткән ситтән килгән кешеләр. Улар махсус рәүештә килә лә, ошондай кешеләрҙе алып китә”, – тип белдергән егеттең туғаны.