Йәмғиәт
26 Сентябрь 2020, 09:00

Русланды тыуған еренән алыҫта ерләнеләр

Дүртөйлө районынан 34 йәшлек ир бер ай элек юғалғайны. Уның үлем сәбәбе асыҡланды...

Дүртөйлө районынан 34 йәшлек Руслан Ғәлиәхмәтов бер ай элек Архангел районындағы Уҫаҡлы ауылындағы йорттан сығып китеп юғалғайны. Ир унда ағаһында булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 21 сентябрҙә уны ауылдан алыҫ түгел ерҙә үле килеш тапҡандар.
Бына әле ирҙең элекке ҡатыны Марина әйтеүенсә, судмедэкспертиза уның үлем сәбәбен асыҡлаған. Руслан һыуға батып үлгән.
Ирҙе шул уҡ ағаһы йәшәгән Уҫаҡлы ауылында ерләгәндәр.


Фото: Лиза Алерт.
Читайте нас