18 сентябрҙән 19-ына ҡараған төндә Ҡунаҡҡул ауылында Өфөнән 63 йәшлек ир өйҙәшенең ҡустыһын үлтерергә маташҡан. Ә был хәлгә үҙенә әйтмәй, ҡатынын ғына туйға саҡырыуҙары сәбәпкә әйләнгән. Һөҙөмтәлә ир «Audi Q5» автомобиленең алғы һул тәгәрмәсенә хәрби гранатаны ҡуйған, һәм машина ҡуҙғалып киткәс, ул шартларға тейеш булған. Тик, бәхеткә күрә, граната шартламаған.
Тәфтишселәр, полиция хеҙмәткәрҙәре, “Росгвардия” белгестәре ваҡиға урынын тикшергән, граната зарарһыҙландырылған.