Йәмғиәт
27 Сентябрь 2020, 17:30

“Беҙгә бер кем дә инмәй. Өләсәй ҡоланы..."

Дауаханала оло йәштәге ҡатын бер нисә сәғәт иҙәндә ятҡан...

Өфөләге 18-се ҡала клиник дауаханаһында оло йәштәге ҡатын бер нисә сәғәт иҙәндә ятҡан...
Был хаҡта “UFA1.RU” сайты хәбәр итә. Палаталағы күршеһенең хәбәр итеүенсә, өләсәй кушетканан йығылған һәм бер кем дә уға ярҙам итергә килмәгән.
“Бер кем дә беҙгә инмәй. Өләсәй ҡоланы. Өс сәғәт тирәһе инде ята. Бер кем дә уны күтәрә алмай. Табиптар юҡ. Беҙ бер кемгә лә кәрәкмәйбеҙ...” – ти видео авторы.
Был видео социаль селтәрҙә 27 сентябрҙә күренде. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле аңлатыуынса, йығылған пациент үҙ-үҙен тотоу көйһөҙлөктәре сәбәпле карауатҡа бәйле булған, әммә ул ҡулдарын ысҡындырған һәм йығылған. Видео буйынса дауаханала хеҙмәт тикшереүе үткәрелгән. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, күпмелер ваҡыт үткәс, учреждение персоналы ҡатынды иҙәндән күтәреп алған. Министрлыҡтан белдереүҙәренсә, һәр палатала медицина хеҙмәткәрҙәрен саҡырыу өсөн сигнализация ҡуйылған.
“Өфөләге 18-се ҡала клиник дауаханаһы хакимиәте бәләкәй һәм урта медицина персоналы менән функция бурыстарын башҡарыу тураһында өҫтәмә инструктаж үткәргән. 2020 йылдың 27 сентябрендә, иртәнге тикшереү ваҡытында, пациенттарҙың хәле тотороҡло булған”, – тигән аңлатма биргән республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото: “Бәйләнештә".
Читайте нас