Йәмғиәт
27 Сентябрь 2020, 06:30

Белоретта Ибраһимовтарҙы һуңғы юлға оҙаттылар...

Аварияла тотош ғаилә һәләк булғайны...

Белорет ҡалаһы халҡы Ибраһимовтар ғаиләһен һуңғы юлға оҙатты.
Был ҡот осҡос фажиғә тураһында алдан хәбәр иткәйнек инде. 19 сентябрҙә төн менән Ибраһимовтар ғаиләһе Өфөнән Белоретҡа ҡайтып барған саҡта аварияға осрай. Уларҙың еңел машинаһы боролошта яңылыш ҙур йөк машинаһы аҫтына инеп китә. Был ваҡытта ҡойоп ямғыр яуып торған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләкәттә был ғаиләнән бер кем дә иҫән ҡалмай: ата-әсә һәм бәләкәй ике балаһы урында йән бирә.
Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ғаиләнең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм ерләүҙе ойошторғандарға рәхмәт әйтте.
“Ғаиләне ерләүҙе ойошторошҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Белорет ҡалаһының ритуал хеҙмәттәр күрһәткән бөтә ойошмалары етәкселәре сығымдарҙы үҙ-ара уртаҡлашырға ҡарар итте. Кешеләрҙе ҙур ҡайғылары менән яңғыҙ ҡалдырмағанығыҙ өсөн рәхмәт. Руханиҙарға, табиптарға, булышлыҡ ҡылған һәр кемгә шулай уҡ рәхмәт. Ярҙам иткәндәр тураһында яҙыу кәрәкме-юҡмы тип икеләндем. Тик яҡташтар беҙҙең арала башҡалар бәләһенә битараф булмаған, иңен ҡуйырға әҙер кешеләрҙең йәшәгәнен белергә тейеш тип иҫәпләйем”, - тип яҙҙы ул “Бәйләнештә” социаль селтәрендә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Мәскәүҙә эшләп, ялға ҡайтып килгән ғаилә башлығын ҡатыны ике балаһы менән аэропорттан ҡаршы алыр өсөн Өфөгә бара. Фажиғә уларҙың кире өйҙәренә ҡайтып барған сағында була.
Был бәләне бар республика халҡы бик ауыр ҡабул итте, ғаиләне ысын күңелдән йәлләне. Хоҙай һәр беребеҙҙе аңһыҙ ҡазаларҙан һаҡлаһын, юлдарыбыҙ имен булһын ине.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас