Йәмғиәт
27 Сентябрь 2020, 05:00

Төбәк данын кем яҡлаясаҡ?

Республиканың төньяҡ-көнбайышында иң матур ҡыҙ һайланды.

Кисә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Һылыуҡай-2020” Бөтә Рәсәй башҡорт сибәркәйҙәре конкурсының сираттағы кастингы булды.
Иң популяр һәм сағыу башҡорт бәйгеһенең финалына үтеү өсөн ҡыҙҙарға үҙҙәрен өс этапта һынап ҡарарға кәрәк ине: визитка, ижади конкурс һәм дефиле. Һайлап алыу турында Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарынан 14 ҡыҙ ҡатнашты. Кастинг һөҙөмтәләре буйынса төньяҡ-көнбайыш зонаһы буйынса Гран-приҙы Балаҡатайҙан Наҙгөл Ғәлиуллина яуланы. Беренсе урынға Мәсетленән Зарина Вәлиева, икенсегә Дыуандан Илина Кәримова һәм өсөнсөгә Балаҡатайҙан Гөлдәр Зарипова менән Салауат районынан Розалина Шәмсетдинова лайыҡ булды.
Конкурсҡа ҡыҙҙарҙы һайлау алыу ноябргә тиклем дауам итәсәк, һәм финал этабы 7 ноябрҙә Өфөлә үтәсәк.
Әлеге ваҡытҡа бәйгегә биш финалист ҡыҙ һайлап алынған да. Улар Силәбе ҡалаһынан Аймара Нафиҡова, Екатеринбургтан Гөлсирә Рәхимйәнова, Пермдән Гүзәл Наҙарғолова, Ырымбурҙан Линиза Солтанғужина һәм Һамарҙан Эльвира Шаһиәхмәтова. Тап ошо ҡыҙҙар финалда үҙ төбәктәре исеменән сығыш яһаясаҡ.
Киләһе финалист 2 октябрҙә Татарстандың баш ҡалаһында билдәләнәсәк. Бында төбәктең башҡорт ҡыҙҙары араһында һайлап алыу туры үтәсәк.
Конкурстың финалына үткән ҡыҙҙар өсөн хореография, вокал, актер оҫталығы, подуим хореографияһы, визаж буйынса белгестәр дәрестәр үткәрәсәк, костюмдар һайлауҙа ярҙам күрһәтеләсәк.
Конкурстың финалы 3 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә. Унда илебеҙҙең иң матур һәм талантлы ҡыҙҙары республиканың төп һылауҡайы исеме өсөн көс һынашасаҡ. Еңеүсегә төп приз – автомобиль.
Читайте нас