Йәмғиәт
27 Сентябрь 2020, 18:30

Йәнәһе, Гөлсиәнең өс балаһын үҫтерергә аҡса кәрәк...

Ғаиләлә былай ҙа ҙур ҡайғы, ә әҙәм аҡтыҡтары ошонан файҙаланып...

Бөрйән районында машина аҫтына ҡалып һәләк булған Гөлсиә тураһында яҙғайныҡ инде. Уны үҙенең тыуған Байназар ауылында 20 йәшлек эскән водитель тапаны.
Ул төндә бер юлы өс кеше машина аҫтында ҡала. Гөлсиә һәләк булһа, ҡалған ике ауылдашы йәрәхәттәр ала.
Гөлсиәгә 28 генә йәш була. Ул - өс бала әсәһе. Тырышып донъя көткән, ире менән балаларын матур тәрбиәлә үҫтергән... Ҡатындың фажиғәһе - ғаиләһе һәм яҡындары өсөн әйтеп бөткөһөҙ ҙур ҡайғы. Бәләкәй балалар хәҙер әсәйһеҙ...
Тик бына шундай кеше ҡайғыһында аҡса эшләп ҡалырға тырышҡан әҙәм аҡтыҡтары ла бар арабыҙҙа. Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә Гөлсиәнең ҡәйнәһе мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Ҡатын балаларҙы аталары менән бергә үҙе ҡараясағын белдерҙе. Уларҙы ситкә ебәреү юҡ, тине. Шулай уҡ киленен һуңғы юлға оҙатышҡан кешеләргә рәхмәтен белдерҙе. Ҡатындың йәнен әрнеткән бер ваҡиға ла булған икән. Баҡһаң, кемдәрҙер улар исеменән балаларҙы ҡарау өсөн аҡса йыйыу иғлан иткән һәм үҙҙәренең картаһы һандарын ҡуйған. Йәнәһе, Гөлсиәнең өс балаһын үҫтерергә ярҙам кәрәк. Изге күңелле кешеләр аҡса күсереп тә өлгөргән...
"Беҙ балаларҙы етем итмәйәсәкбеҙ, лайыҡлы үҫтерәсәкбеҙ. Үҙ сабыйҙарыбыҙға етерлек аҡсабыҙ бар. Шундай ҡара уйлы кешеләргә ышанмағыҙ һәм бер ҡайҙа ла аҡса күсермәгеҙ", – тине ҡатын.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас