Башҡортостанға Мәскәү өлкәһенән килеп, ауыр тормош хәленә юлыҡҡан Вероника тураһында яҙғайныҡ. Республика халҡы етемдең яҙмышына битараф ҡала алманы.
Уға самолетҡа билет һәм төрлө кәрәк-яраҡ алып, тыуған яғына ҡайтырға ярҙам иткәндәр. Был хаҡта Күп балалы ғаиләләргә ярҙам фонды хәбәр итә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Вероника балалар йортонда үҫкән, эскесе әсәһе уны сабый сағында уҡ ташлаған. Буй еткергәс, Башҡортостан егете менән таныша. Уға ышанып, бергә йәшәргә тип, һөйгәненең тыуған яғына эйәреп килә. Әммә командировкаға тип өйҙән сығып киткән ир әйләнеп ҡайтмай, баҡһаң, ул бур һәм наркоман булып сыға, хөкөмгә тарттырыла. Вероника ауырлы көйө сит ерҙә бер тин аҡсаһыҙ тороп ҡала.
Ирекмәндәр уны ваҡытында күреп ҡала, аҡса йыйып, ҡыҙға ярҙам итә. Билет алып, самолетҡа ултыртып, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп, Верониканы тыуған яғына яңы тормош башлау өсөн оҙаталар. Рәхмәт уларға!