Йәмғиәт
28 Сентября 2020, 06:45

Баҡсала ярамағанды үҫтермә!

Салауат ҡалаһында бер ирҙең йылытмаһынан 112 төп үҫемлек тартып алынған.

Ер эшен яратҡан халыҡ баҡсаһындағы уңышҡа һөйөнөп, ҡышҡылыҡҡа төрлө ризыҡ әҙерләгән мәл. Киләсәкте хәстәрләү ғәмәле был. Ә бына Салауат ҡалаһында бер ир баҡсаһында, киреһенсә, үлемгә дусар итеүсе үҫемлек үҫтергән.
Йылытмала киндер сәскән ул. Һөҙөмтәлә 24 килограмм табыш алынған. "КП-Өфө" хәбәр итеүенсә, Дәүләт наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре наркотик матдәле 112 төп үҫемлекте тартып алған. Тикшереү барышында шулай уҡ баҡса өйөнән 600 грамм марихуана ла табылған.
Баҡса хужаһын республика буйынса Эске эштәр министрлығы бүлексәһенә алып киткәндәр, ир ғәйебен тулыһынса таныған. Уға ҡарата 228-се статья (законһыҙ наркотик етештереү һәм һатыу) буйынса енәйәт эше асылған. Уның буйынса енәйәтсегә өс йылдан алып 10 йылғаса иректән мәхрүм ителеү янай.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас