Белорет районы полицияһына талау маҡсатында 39 йәшлек келәт хеҙмәткәренә һөжүм итеүҙәре тураһында хәбәр килә.
Эске эштәр министрлығының Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бинаға ике кеше инә. Ир артта һаҡта торғансы, ҡатын-ҡыҙ бысаҡ сығара һәм кассирға янап, булған аҡсаны биреүен талап итә. Ҡурҡҡан хеҙмәткәр барлы-юҡлы 42 мең һумды өҫтәлгә сығарып һала. Талаусылар сумманы ала ла сығып ҡаса.
Полиция оператив эш итә. Күрше Свердлов өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһында енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙең эҙенә төшәләр. СОБР һуғышсылары ярҙамында уларҙы ҡулға алалар.
Өйҙәш булып йәшәгән ир һәм ҡатын ғәйептәрен таный. Урланған аҡсаны ҡуртымға торлаҡ алыуға һәм аҙыҡ-түлеккә тотонған булалар.
"Пар күгәрсендәр" элек тә закон боҙған була. Әле талау осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ир менән ҡатын һаҡ аҫтына алынған.
Фото: Эске эштәр министрлығының БР буйынса идаралығы.