Йәмғиәт
28 Сентябрь 2020, 16:30

Ремонтланған подъездар ниндәй хәлдә?

"Октябрь уртаһынан тикшереүҙәрҙе ҡабат башларға кәрәк, шулай уҡ былтыр төҙөкләндерелгән ихаталарға ла иғтибар итегеҙ".

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Контроль идаралығына октябрь уртаһынан күп фатирлы йорттар подъезында эшләнгән ремонттың сифатын ҡабат тикшерергә ҡушты. Был турала һүҙ бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә күтәрелде.
– Былтыр беҙ подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын башланыҡ. Уны башҡарыуҙы тикшергән саҡта Контроль идаралығы 19 райондағы 47 күп фатирлы йортта етешһеҙлек асыҡлаған. Беҙ муниципалитет башлыҡтары менән килештек: етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн бер ай ваҡыт бирәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, төп етешһеҙлектәр булып буяуҙарҙың ҡубыуы, стеналарҙа штукатурканың ҡутарылыуы, ингән урындарҙа сифатһыҙ ремонт, тоҙаҡтар өсөн кабель-каналдар булмау тора.
28 сентябргә ҡарата подрядсы ойошмалар 45 йорттағы етешһеҙлекте бөтөргән. Бынан тыш, төҙөүселәр төбәк операторҙарының мониторингы барышында асыҡланған 185 дефектты ремонтлаған.
"Гарантия осоро өс йыл тәшкил итә, йортта йәшәгәндәр йәки муниципалитеттар ошоноң кеүек тикшереүҙәрҙе булдыра ала. Сифатһыҙ ремонт дәлилләнһә, подрядсы ойошма үҙ иҫәбенә уларҙы юҡҡа сығарырға тейеш", – тине Борис Беляев.
Башҡортостан Башлығы “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса йорт яндарын төҙөкләндереү барышын да өҫтәмә рәүештә тикшерергә ҡушты.
– Былтыр беҙ 4001 подъезды ремонтланыҡ. Дөйөм алғанда, асыҡланған етешһеҙлектәр бик күп түгел, – тине Радий Хәбиров. – Октябрь уртаһынан тикшереүҙәрҙе ҡабатларға кәрәк, шулай уҡ былтыр төҙөкләндерелгән ихаталарға ла иғтибар итегеҙ. Унда ла сифат буйынса иҫкәрмәләр булыуы ихтимал. 2024 йылға тиклем беҙ бөтә ихата һәм подъездарҙы яңыртырға тейешбеҙ.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас