Йәмғиәт
28 Сентябрь 2020, 05:00

Ҡыр ҡаҙҙары китә тип иламағыҙ...

Хәйерле иртә, дуҫтар!Яңы эш аҙнаһы менән һеҙҙе. Булған уй-ниәттәрегеҙҙе, хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын. Ә беҙ һеҙгә ҡыуаныслы хәбәр еткермәксебеҙ...

Хәйерле иртә, дуҫтар!
Яңы эш аҙнаһы менән һеҙҙе. Булған уй-ниәттәрегеҙҙе, хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын. Ә беҙ һеҙгә ҡыуаныслы хәбәр еткермәксебеҙ: әбейҙәр сыуағы дауам итә! Ай бөткәнсе көндәр йылы, аяҙ, матур торасаҡ әле. Ҡояшы ла иркәләйәсәк, еле лә талғын, еләҫ кенә иҫәсәк. Көндөҙ һауа температураһы плюс 15-20 градус буласаҡ.
Тимәк, баҡсалағы, ихаталағы көҙгө эштәрҙе тамамлар, уңышты йыйып бөтөп урынлаштырыр өсөн бик уңай. Әйҙәгеҙ, көндәлек эштәребеҙгә тотоноп, Фидан Ғафаровҡа ҡушылып моңланып алайыҡ.
Фото: vabik.com.ua
Читайте нас