“Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса республикала төҙөкләндерелгән һәм матурланған ихаталар һаны артҡандан-арта бара. Ошо көндәрҙә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында ла Совет урамы, 8-се йорт һәм К. Маркс урамы, 3-сө йорт ихаталары төҙөкләндерелгәндән һуң асылды.
“Башҡортостан ихаталары” төбәк программаһы Ейәнсура районында икенсе йыл рәттән эшләй. Былтыр бында ике ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән булһа, быйыл иһә ике күп фатирлы йорт араһындағы бер биләмәлә эштәр алып барылған. Бында юлдар һәм тротуарҙарға асфальт түшәгәндәр, йомшаҡ япмалы балалар майҙансығы урынлаштырғандар, бәләкәй архитектура формалары, яҡтылыҡ һәм видеокүҙәтеү ҡуйылған. Бөтәһе был эштәр өсөн 5 420 441,6 һум аҡса йүнәлтелгән.
Тантаналы шарттарҙа район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин подрядсы ойошма етәксеһе Р. Хәлитовҡа башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм был ҡыуаныслы ваҡиға менән бында йәшәгән кешеләрҙе ҡотланы. Бергәләшеп ихатала күк шыршы, ҡайын һәм балан ағастары ултыртылды.
– Бөгөн республика етәкселеге граждандарыбыҙ өсөн уңайлы шарттар булдырыу бурысы ҡуя. Беҙҙең подъездарҙы ремонтлау һәм “Башҡортостан ихаталары” программаһы тап ошоға йүнәлтелгән. Бер йыл элек был программала ҡатнашыу тураһында һүҙ йөрөткән саҡта күптәр быға ышанмай ине. Әлеге ихатаның былтыр ниндәй хәлдә булғанын яҡшы хәтерләйбеҙ: законһыҙ төҙөлгән иҫке биналар, гараждар, мөгәрәптәр тора ине. Бөтәһе лә һеҙҙең һәм балаларығыҙ өсөн эшләнде. Был матурлыҡҡа һаҡсыл ҡараш булыр тип ышанабыҙ, – тине Дәмин Юланов.
Фото: Ейәнсура районы хакимиәте.