Хозур тәбиғәтле Ҡариҙел районы Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан. Төбәктең бер өлөшө Өфө яйлаһында ята. Был яҡтарға килгән ҡунаҡтарҙың иғтибарын ҙур йылғалар һәм урман йәлеп итмәй ҡалмай. Ҡариҙел йылғаһы йәйрәп аға, уның ҡушылдыҡтары Йүрүҙән, Кирҙә, Байҡы, Үреш тә эргә-тирәгә йәм өҫтәй. Ағастарҙың да төрлөлөгө күҙгә салына, бигерәк тә ылыҫлылар ҙур майҙанды ҡаплаған.
Өфө – Ҡариҙел араһы 200 километрҙан ашыу. Иң ҙур ауылдар – Ҡариҙел, Магинск, Байҡыбаш. Ҡариҙел районында халыҡтың уртаса тығыҙлығы бер квадрат километрға яҡынса һигеҙ кеше тәшкил итә. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, районда 28 мең тирәһе кешенең йәшәүе билдәле ине, күпселекте башҡорттар тәшкил итә, бынан тыш татарҙар, урыҫтар, мариҙар был яҡтарға һыйынған.
Ҡариҙел районы 1932 йылда ойошторолған, район үҙәге – Ҡариҙел ауылы.
“Ҡариҙел районындағы ауылдар Унлар, Елдәк һәм Танып улыстарының башҡорт биләмәләренең ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Ә Унлар улысы үҙе ике өлөшкә бүленгән. Береһе Йәнсәйет булған. Икенсеһе иһә Байҡы исеме менән билдәле, уға Яҡуп, Хәлил, Яңы Аҡбүләк, Иҫке Аҡбүләк, Юлдаш, Төйөш, Тигермән, Откустино һәм Абдулла ауылдары ҡараған. Байғаҙы ауылы Танып улысының Су-танып түбәһенә ҡараған. Ә Елдәк улысы Сиҙәш, Үреш ауылдарын үҙ эсенә алған. Бүтән башҡорт ауылдары, әлбиттә, ошо улыс биләмәһендә, уларҙан бүленеп сығыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Унлар улысы 1834 йылда 150 дисәтинә ергә эйә булған”, – тип яҙған үҙенең “История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий” тигән китабында арҙаҡлы ғалим Әнүәр Әсфәндиәров.
Ҡариҙел районының социаль-иҡтисади хәле яҡшы, кешеләр ауыл хужалығы тармағында тир түгә, урмансылыҡта ең һыҙғанған, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының эше көйләнгән. Бынан тыш, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә ҡаҙаныштар күп, спорт үҫешкән, һуңғы йылдарҙа йәштәр тормошо йәнләнгән.
Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Илдар Ғарифуллин белдереүенсә, төп маҡсаттарҙың береһе – халыҡтың йәшәйешен еңеләйтеү, уларға һәр йәһәттән дә уңайлыҡтар тыуҙырыу, эш урындары булдырыу.
Ҡариҙел районында Ғаян Лоҡманов, Рәйес Риян, Мөхәмәт Закиров һәм башҡа ҡәләм оҫталары тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы Ғаян Лоғоман улы сығышы менән Яугилде ауылынан. “Аҡҡош күле” хикәйәһе әҙипкә популярлыҡ килтерҙе. Бынан тыш, “Ағын һыу”, “Әсә йөрәге”, “Тирәк шаулай”, “Һибелә сәскә” повесть һәм хикәйәләрен әҙәбиәт һөйөүселәр бик йылы ҡабул итте. Ә инде “Ҡояш сығыр алдынан” романы күптәрҙең шәхси китапханаһынан урын алды. Башҡорт әҙибенең исеме мәңгеләштерелгән – Яугилде ауылындағы үҙәк урамдарҙың береһе Ғаян Лоҡмановтың исемен йөрөтә. Шулай уҡ бүтән яҙыусылар ҙа – ҡариҙелдәрҙең ғорурлығы.
Советтар Союзы Геройҙары Нурлы Миңләхмәтов, Петр Корочкин, Николай Романов, Сергей Черепахин, Социалистик Хеҙмәт Геройы Василий Дульцевтарҙың һәм башҡа күренекле шәхестәрҙең исемен ҡариҙелдәр айырыуса ҡәҙерләп һаҡлай. Рәсәй Геройы, хәрби осоусы полковник Владимир Алимов иһә Ҡариҙеленә ҡайтырға һәр саҡ ашҡынып тора.