Тап бер быуат элек, 1920 йылдың сентябрендә, йәш автономиялы республиканың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостан тарихында беренсе ҡатын-ҡыҙҙар форумы асыла. Унда ҡабул ителгән ҡарарҙар республикала ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен үҫтереүгә этәргес була. Бөгөн Башҡортостандағы ижтимағи-сәйәси тормошто аҫыл зат вәкилдәренән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Тарих фәндәре докторы Рима СӨЛӘЙМӘНОВА ошо ҙур сәйәси ваҡиға, уны ойоштороу үҙенсәлектәре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
– Рима Ноғоман ҡыҙы, Совет дәүләтенең аяҡҡа баҫҡан ғына осоронда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен үҫтереүгә ни өсөн шундай ҙур иғтибар бирелә?
– Ҡатын-ҡыҙҙың дәүләт төҙөлөшөнә үҙенең лайыҡлы өлөшөн индереүгә өмөт тә, ышаныс та етерлек булғандыр. 1919 йылдың декабрендә V Өфө губерна партия конференцияһында ҡаралған бик күп мөһим һорауҙар араһында ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағылғаны ла була. Резолюцияла әйтелгәнсә, революция мәнфәғәттәрендә Совет дәүләтен төҙөүгә халыҡтың киң ҡатламын йәлеп итеү мөһим мәсьәлә булып тора. Сәйәси яҡтан ҡатын-ҡыҙҙың ныҡ артта ҡалыуы ла яҡшы билдәле, шуға күрә ҡатын-ҡыҙ эшселәр, ҡыҙылармеецтарҙың ҡатындары, крәҫтиәндәр араһында партия эшенең айырым ойоштороу ысулдарын ҡулланыу мәсьәләләре тикшерелә.
Конференциянан һуң күп тә үтмәй партияның Өфө губерна комитетында ҡатын-ҡыҙҙар араһында эш буйынса бүлек булдырыла. Улар өйәҙ комитеттарында ла ойошторола, был ҡатмарлы эш махсус әҙерлекле, яуаплы етәкселәргә тапшырыла.
– Яңы ойошторолған бүлектәрҙең эше нимәнән ғибәрәт була? Агитация-пропаганда маҡсатын ғына күҙ уңында тотмағандарҙыр, моғайын?
– Әлбиттә, мөһим ғәмәли маҡсат ҡуйыла: ҡатын-ҡыҙҙы Советтарға, профсоюз һәм партия органдары эшенә йәлеп итеү. Кадрҙар ҡытлығы, тәжрибә етешмәү ныҡ ҡамасаулай. Партия Үҙәк комитеты эргәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар эштәре буйынса Үҙәк бюро урындағы бүлектәргә һәр йәһәттән ярҙам итергә тырыша.
Әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе – эшсе һәм крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙарҙың Бөтә Башҡортостан конференцияһын үткәреү ошо ҙур эштәргә башланғыс һала. Республика етәкселеге уның сәйәси әһәмиәтен юғары баһалай. Конференция алдынан Мәскәүгә, партия Үҙәк комитетына, Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе Ғ. Шәмиғолов ебәргән телеграмманың йөкмәткеһе лә быны раҫлай: “Иң алыҫ кантондарҙан да делегаттар килде. Әлегә 350 кеше, күпселеге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, сыуаштар аҙ, 800-гә яҡын делегат булыр тип фаразлайбыҙ”.
– Шундай ауыр заманда ниндәй ҙур ҡоласлы сара үткәрә алғандар! Был хәтлем кешене алыҫ, төпкөл биләмәләрҙән килтереүҙе, ҡунаҡханалар ҙа булмаған ҡалала урынлаштырыуҙы нисек ойошторғандарҙыр...
– Ярҙамға Үҙәк бюро инструкторы Шәмсебанат Кәримова ебәрелә. Ул үҙе Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. Конференцияла республиканың бөтә кантон һәм ҡалаларынан 443 делегат йыйыла: башҡорт, татар, рус, сыуаш һәм башҡа милләт ҡатын-ҡыҙҙары. Йәштәре 18-ҙән 50 йәшкә тиклем, 87-һе – партия ағзаһы. Мәсәғүт кантонынан килгән делегат М. Сәхәүетдинованың хәтирәләре аша ошо замандың һулышын аҙ ғына булһа ла тоя алабыҙ. “Мин конференцияла ҡатнашыусыларҙы яҡшы хәтерләйем. Улар төрлө милләттән, наҙан крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙарҙан торҙо. Таулы райондарҙан килгән, ҡаланы тәү башлап күргән башҡорттар күберәк булды”, – ти ул.
Аҙаҡ ул Стәрлетамаҡ ҡатын-ҡыҙҙар бүлегенең конференцияны нисек төплө уйлап ойоштора алыуына һоҡланыу белдерә: “Урындағы ҡала хеҙмәткәрҙәре һәм коммунистары, делегаткаларҙы бик йылы ҡаршылап, үҙҙәрендә урынлаштырҙы. Мине комсомолка әхирәтем менән Рабиға Рәхмәтуллина үҙенә алды. Был һылыу, белемле башҡорт ҡыҙы беҙгә бик оҡшаны. Ул беҙгә ҡаланың төп урамдарын күрһәтте, дөйөм туҡланыу ашханаһына алып барҙы, балалар йорто, үҙҙәренең эше менән таныштырҙы...”
– Күреүебеҙсә, конференцияла ул заман өсөн көнүҙәк булған сәйәси, иҡтисади мәсьәләләр менән бер рәттән, ҡатын-ҡыҙҙы ғаилә ҡоллоғонан сығарыу мәсьәләһенә лә урын бирелгән...
– Конференция бик юғары кимәлдә үтә. Башҡортостан Хөкүмәте исеменән сығыш яһаған Ғәли Камалетдин улы Шәмиғолов аҫыл затты яңы тормош төҙөүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡыра, Граждандар һуғышы барған ҡатмарлы шарттарҙа, аслыҡ һәм яланғаслыҡ хөкөм һөргән дәүерҙә ҡатын-ҡыҙҙың ярҙамына ышаныс белдерә. Шәмсебанат Кәримова конференция алдында торған бурыстарға туҡталып, әхирәттәрен, фекерҙәштәрен яңы йәмғиәттең әүҙем төҙөүселәре булырға әйҙәй.
Ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһының сәйәси әһәмиәте иҫ киткес юғары була, уның эшендә республиканың ғәмәлдә бөтә власть һәм идара итеү органдары ҡатнаша.
– Бер нисә көн дауам иткән йыйында ул дәүер өсөн иң әһәмиәтле мәсьәләләр ҡаралған, тинегеҙ. Көн тәртибендәге ҡайһы бер мәсьәләләр менән таныштырһағыҙ, ул замандағы ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төшәсәк иң киҫкен, кисекмәҫтән хәл итеүҙе көткән проблемаларҙы асығыраҡ күҙ алдына килтерер инек.
– Эйе, фекер алышыуға сығарылған һорауҙарҙан уҡ ул дәүерҙең ниндәй ҡатмарлы, әммә халыҡтың яҡты тормош өсөн тау-таш аҡтарырға әҙер булыуын күрергә мөмкин. “Хеҙмәт йөкләмәһе һәм эшсе ҡатын-ҡыҙ”, “Коммунистар партияһы һәм эшсе”, “Әлеге мәл”, “Ер мәсьәләһе тураһында” һәм башҡа мәсьәләләр конференция ҡарамағына сығарыла. Резолюциялар айырыуса тәү башлап үҙаллы аҙымдар яһай башлаған мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, улар был мәлдә һәр яҡлап яҡлауға мохтажлыҡ кисерә.
Конференция барышында делегаттар исеменән партия Үҙәк Комитетына, В. Ленин, Л. Троцкий, А. Коллонтай кеүек дәүләт эшмәкәрҙәренә телеграммалар ебәрелә. Мәҫәлән, Александра Коллонтайға ебәрелгән телеграмма менән танышайыҡ: “Беренсе Бөтә Башҡортостан эшсе ҡатын-ҡыҙҙарының партияһыҙ конференцияһы, пролетарка-хеҙмәткәрҙәр юлбашсыһы йөҙөндә, һеҙҙе сәләмләй. Беҙ, Башҡортостандың эшсе ҡатын-ҡыҙҙары, ҡатын-ҡыҙҙы ғаилә ҡоллоғонан ҡотҡарыу, улар араһында киң мәҙәни эш алып барыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ.
Йәшәһен Көнсығыш-Көнбайыштың ирекле ҡатын-ҡыҙ эшсеһе!”
1920 йылдың 23 сентябрендә Башҡортостан тарихындағы беренсе ҡатын-ҡыҙҙар форумы эшен тамамлай. Уны үткәреү, ҡарарҙар ҡабул итеү милли-дәүләт, йәмәғәтселек һәм сәйәсәт, халыҡ хужалығы өлкәләрендә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының үҫә барған ролен асыҡ сағылдырҙы.