Иҫке Аҡбүләк ауыл советына Тигермән, Юлдаш, Иҫке Аҡбүләк, Малик, Туйыш, Хәлил, Яңы Аҡбүләк, Яҡуп ауылдары ҡарай. Улар әллә ни алыҫ урынлашмаған да, ҡалҡыулыҡты артылһаң, сираттағы ауылға барып төртөләһең. Дөйөм алғанда, 754 йортта 1 800 кеше йәшәй. Шул иғтибарға лайыҡ, бөтәһенә лә газ яғыулығы үткән, һыу мәсьәләһендә ҡатмарлыҡтар бөтөнләй юҡ.
Иҫке Аҡбүләк ауылы хакимиәте башлығы Сулпан Тәгәриевтең һүҙҙәренә ҡарағанда, яҡташтары һәр йәһәттән дә һынатмай. Заман менән бергә атлауҙары, алдынғы ҡарашлы булыуҙары, етеш донъя көтөүҙәре – шуға асыҡ миҫал.
– Уҡытыусылыҡтан хакимиәткә күскәндә күңелдә “нисек булыр?” тигән бер ниндәй ҙә шик-шөбһә тыуманы, – тип ҡыуанып һөйләй Сулпан Зәки улы. – Рәхәт кенә эшләп алдым да киттем. Халыҡ – минең төп ярҙамсым да, терәгем дә, кәңәшсем дә.
Арҙаҡлы ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың “История сел и деревень и сопредельных территорий” тигән китабында яҙылыуынса, Хәлил ауылы – башҡорт-унларҙың тыуған төйәге. Уға Яҡуп Чинмырҙиндың улы Унлар улысының старшинаһы Хәлил Яҡупов нигеҙ һалған.
Төп башҡорт ауылы Хәлил бөгөн тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Бында 200-гә яҡын кеше ғүмер кисерә, 83 хужалыҡ иҫәпләнә. Урта мәктәп бар, балалар баҡсаһы эшләй.
– Башҡорттар йыр-моң ярата, беҙҙә байрамдар күңелле үтә, – тип һөйләй Хәлил ауылының клуб мөдире Рәйес Солтаншин. – Милләттәштәремә берәй идеяны әйтеп тә өлгөрмәйһең, уны шунда уҡ күтәреп тә алалар.
Хәлилдәр күптән инде, “етеш йәшәгәндә барыһы ла уң килеп тора” тигәнде йәшәү девизы итеп алған, уны йәштәргә таратыу тәңгәлендә эҙмә-эҙлекле эштәр алып бара. Былтыр был яҡ башҡорттары “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡулынан Рәхмәт хаты алыу улар өсөн ҙур мәртәбә булған. Ошо бүләккә ҡушып, 15 мең һум күләмендә аҡса ла тапшырылған.
Хәлил ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмзиә Фәнзәви ҡыҙы билдәләүенсә, бында килен булып төшкәндә үк кешеләрҙең башҡортҡа хас алсаҡлығы, ҡунаҡсыллығы күңелен әсир иткән. Әйтерһең дә, һәр береһен электән белгән, даими аралашып торған. Өҫтәүенә, күпме йәшәй, кемдеңдер “ҡырын тейәп” иркен урамға һыймай йөрөүен күрмәгән.
Рәмзиә Солтаншина ағинәйҙәрҙең хәрәкәтен маҡтап телгә алды. Гүзәл заттар ауылды берҙәм итеүгә ярайһы тос өлөш индерә. Мәҫәлән, 91 йәшлек Нәзифә Ғәлиханованың ағинәйҙәр клубына ағза итеп алыныуы күпте һөйләй. Бынан тыш, өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Дания Юлаева, Рима Рамаҙановалар ҙа бер сараны ла ҡалдырмай, әхирәттәрен төплө кәңәштәренән өҙмәй.
Хәлилдәрҙе бер усҡа туплауҙа ауыл старостаһының да роле ҙур. Оҙаҡ йылдар был яуаплы вазифаны Борис Абраров башҡарған. Күптән түгел Борис Рухилбаян улы ошо бурысты Ришат Ғәҙелйәновҡа тапшырған.
– Башҡорттарҙың бер-береһенә ҡарата теләктәшлеге миндә ғорурлыҡ тойғоһо уята, – тип һөйләй Борис олатай. – Өмәләрҙе генә алып ҡарағанда ла, был асыҡтан-асыҡ күҙгә салына.
Был яҡтарҙа Солтаншиндарҙы белмәгән кеше юҡ, данлы һәм затлы нәҫел. Уҡытыусылар династияһы булараҡ та танылыу алғандар. Әгәр ҙә бөтәһенең дә педагогик стажын бергә ҡушһаң, 300 йылдан ашып китә.
Оло йәштәгеләргә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелә. Нәзифә инәйҙән ҡала 1931 йылғы Мөсәлиә Ғүмәрованың янынан кешеләр өҙөлмәй. Уға ниндәй генә йомош менән килмәйҙәр, береһен дә кәңәш-төңәштән өҙмәй. Хәлиҙә Ғүмәрованы ла ауылдаштары бер байрамдан да ҡалдырмай. Ир-ат араһында Мөбәрәкйән Мирваязов менән Борис Абраров аҡһаҡал кимәленә күтәрелгән. Хәлилдәге бер эш тә ошо өлкән йәштәгеләрҙең фатихаһынан тыш башҡарылмай.
Хәлилдә хәлле кешеләрҙең күплеге уларға ҡарата ихтирам уятты. Мәҫәлән, төрлө идеялар менән янған Данил Ғүмәров – шундайҙарҙың береһе. Ул шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотонған һәм ошо йүнәлештә эшмәкәрлеген шыма алып бара. Йүнсел Альберт Ғәйнанов автосервис асҡан.
Водителдәр әйтеүенсә, бынан ары күҙҙәр асылып ҡалған, юғиһә, элек машинаға бәләкәй генә ремонт өсөн дә бик оҙон юл үтергә тура килгән. Сауҙаға ныҡлап тотонған Илдус Зәкиров магазин асҡан. Унда шырпы, тоҙ кеүек көндәлек кәрәк-яраҡтан алып ҙур әйберҙәргә хәтлем барыһын да табырға мөмкин.
Бында халыҡ шәхси хужалыҡ иҫәбенә йәшәй. Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетеүҙәре, умарта тотоуҙары һәм башҡа эштәрҙе башҡарыуҙары – шуға асыҡ миҫал. Ҡыҫҡаһы, хәлилдәрҙең уңғанлығы бөтәһен дә һоҡландыра, хатта көнләштерә лә.
Уңған тигәндән, күп балалы ғаиләләрҙең күплеге менән дә дан тота улар. Рәүфә менән Әлфит Хәйҙәровтар – ете бала, Зәлфирә менән Ришат Хәйҙәровтар, Анфиса һәм Алмас Әхмәтғәлиевтәр бишәр бала тәрбиәләй.
Ауылды йырҙарҙа данланған Байҡы йылғаһы һуғарып ята. Әле әйтеүемсә, ҡош-ҡорт үрсетеү өсөн шәп инде. Әйткәндәй, ул ҡыш туңмай. Ҡыр ҡоштары, унда йыл һайын оя ҡороп, баҫырға ултыра, бала сығара. Хатта быйыл 62 аҡҡош тап Байҡыла ҡыш сыҡҡан.
Халыҡ теленән төшмәгән Ҡарбаҙтау, Ваҡсауҡалыҡ, Үргеҡул, Бәләкәй Искәндәр, Ялғаныш, Мунсакүл, Баланҡыуаҡ, Торнакүл һәм башҡа ошо атамаларҙа бай тарих һаҡлана. Башҡорттарға хас йола буйынса хәлилдәр беҙҙе Янтыҡтау яғында оҙатып ҡалды.