Йәмғиәт
29 Сентябрь 2020, 06:09

Коронавирус йәнә баш ҡалҡыта

Был хәл бөтә донъяла күҙәтелә.

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән сирләгән кешеләр һаны арта. Пандемия башынан алып сирлеләр һаны туғыҙ меңгә етә яҙҙы. 28 сентябргә ҡарата COVID-19 менән 8708 кеше зарарланған, һуңғы тәүлектә 39 яңы осраҡ асыҡланған. Был мәғлүмәттәрҙе кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин еткерҙе.


Сир сигенмәй...


– Сирлеләрҙең артыуы донъялағы дөйөм эпидемиологик хәлгә бәйле. ОРВИ, киҙеү миҙгеле башланды, уларға коронавирус та килеп ҡушылды, – тине министр.
Дауаханаларҙа 57 кеше ята, уларҙың өсәүһенең хәле ауыр, ике кеше реанимацияла. Бөтәһе 8089 кеше һауыҡҡан. 39 кеше һәләк булған. Республикала эшләгән 23 лаборатория 978 мең пациентты тикшергән.
– Беҙҙең йоғошло ауырыуҙар дауаханалары тулы режимда эшләй. Бит­лектәр кейеү, ҡулдарҙы даими йыуыуҙы пропагандалауҙы көсәйтеү зарур. Кеше­ләрҙән быларҙы эшләүҙе үтенеп һорар­ға кәрәк. “Башавтотранс” автобустарына ла кешеләрҙе битлекһеҙ индерә башланылар, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы етеп килгән байрам – Республика көнө тураһында ла фекерен әйтте. Әлеге ваҡытта төбәк­тә 50-нән ашыуыраҡ кеше ҡатнашҡан саралар үткәреү тыйыла. Шуға күрә, ошо­ларҙы иҫәптә тотоп, байрамды ни­се­герәк итеп үткәреү тураһында уйларға кәрәк, тип белдерҙе төбәк етәксеһе.
28 сентябрҙә Башҡортостан табиптары Абхазияға, урындағы белгестәргә коронавирус менән көрәштә ярҙам итеү өсөн юлланды.


Ҡырылабыҙ, йәмәғәт...


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала аварияларҙа һәләк булғандар һаны арта. Был тәңгәлдә аҙна һайын үҫеш күҙәтелә. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты вәкиле һуңғы күрһәткестәр менән таныштырҙы.
Үткән аҙнала Башҡортостан юлдарында 98 авария булған, уларҙа 113 ке­ше йәрәхәтләнгән, 14 кешенең ғүмере өҙөлгән. Йыл башынан алып бөтәһе 329 кеше һәләк булған. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 9 кешегә күберәк.
– Мин һеҙҙе киҫәттем, тик авариялар һәм үлемдәр һаны арта. Йыл аҙағына тиклем юл фажиғәләрендә үлгәндәр 400 кешенән артмаҫҡа тейеш ине. Бурысты үтәмәйһегеҙ. Тағы нимә эшләргә була, ҡарағыҙ, тик эш туҡтамаһын, – тине Радий Хәбиров.
Ғәҙәттән тыш хәлдәргә килгәндә, улар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләне. Был аҙнала 212 янғын теркәлеп, уларҙа биш кеше һә­ләк булған. Үлемесле янғындарҙың дүрт осрағында ғәйеп – тәмәке тартҡан саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү­ҙә. Урман янғындары теркәлмәгән.
Үткән аҙнала үлем осраҡтары күп булған. Мәҫәлән, бер кеше һыуға батҡан. Нефтекама ҡалаһында ирле-ҡатынлы пар үҙ өйөндә һөрөм газы менән ағыуланып үлгән. 26 сентябрҙә Ҡырмыҫҡалы районында ике ир ҡоҙоҡ таҙартырға төшөп, шулай уҡ газ менән ағыуланып һәләк булған.
610 бала ғаиләһенә ҡайтҡан


Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Минең ғаиләм” проекты тураһында һөйләне. Уның сиктәрендә 610 бала приюттарҙан ғаиләләренә ҡайтҡан. Был – табиптар һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эскән ата-әсә менән эшләү һөҙөмтәһе.
Проект төбәктә былтырғы йылдың ғи­нуарынан тормошҡа ашырыла башла­ғайны. Илдә һәм республикала етемдәр һаны кәмеүгә ҡарамаҫтан, социаль етем­дәр арта. Етемдәрҙең 76 процен­тының ата-әсәһе иҫән. Башҡортостанда йыл һайын 3200 бала социаль приют­тарға урынлаштырыла, уларҙың һәр бишенсеһе эскән кешеләр ғаиләһенән алына.
“Минең ғаиләм” проекты сиктәрендә социаль хеҙмәттәр, табиптар һәм муниципалитеттар көстәрен берләштерә. Проектта 115 табип нарколог-психиатр һәм 103 ғаилә һәм социаль приют белгесе ҡатнашҡан. Уларҙың барыһы ла уҡыу үткән.
Улар ғаиләләргә бара һәм ата-әсәләрҙе эсеүҙән баш тартырға өгөтләй. Медицина реабилитацияһы үткәс, белгестәр ғаиләне контролдә тота, дауалау мотлаҡ медицина страховкаһы аҡсаһына башҡарыла.
Ленара Иванова белдереүенсә, ун ай эсендә проект 438 ғаилә менән эшләгән, уларҙа 922 бала тәрбиәләнә. 346 ата-әсә дауа алған, 92 кеше был ғәмәлдән баш тартҡан.
– Дауаланыуға йүнәлтелгән ата-әсәнең 79 проценты – әсәләр. 287 кеше ремиссия хәлендә, 153 кеше эшкә урынлаштырылды. Шул уҡ ваҡытта дауала­ныуҙан һуң кире эсә башлаған осраҡтар ҙа булды. Һөҙөмтәлә 610 бала ғаилә­һенә ҡайтты. 186 бала приютҡа эләгеү ҡурҡынысынан йолоп алынды, – тине ул.
Проектта Өфөнән – 73, Белореттан – 30, Ейәнсура районы һәм Салауат ҡалаһынан – 16-шар, Благовещен районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан – 14-ешәр, Бәләбәйҙән 13 ғаилә ҡатнашҡан.


Ҡала һәм ауылдарыбыҙ йәшелләнер


Кәңәшмәлә 19 сентябрҙә һәм 26 сентябрҙә республиканың бөтә ҡала һәм ауылдарында үткән “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһе, “Еңеү урманы”, “Геройҙар аллеяһы”, “Эшләй­беҙ2020”, “Йәшел Башҡортостан” акциялары, “Йәшел Рәсәй – Йәшел Башҡортостан” марафонына йомғаҡ яһалды.
Сараларҙа битараф булмаған кеше­ләр, мәктәп уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, республиканың власть органдары етәкселәре, муниципалитет башлыҡ­тары ҡатнашты. Экологик өмә барышында дөйөм көс менән 700 майҙансыҡта дүрт мең куб метр самаһы сүп-сар йыйып алынған.
Вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, акцияларҙа 697 биләмәлә 155 мең ағас, 144 мең ҡыуаҡлыҡ ултыртылған. Көҙгө акцияла 86 мең кеше ҡатнашҡан. “Геройҙар аллеяһы” һәм “Еңеү урманы”ның һөҙөмтәһе – 610 мең ҙур ағас.
Бынан тыш республиканың урман ху­жалығы министры Марат Шәрә­фетдинов Башҡортостанда урмандарҙы тергеҙеү эше буйынса сығыш яһаны. Был эш планға ярашлы алып барыла.


Сифат ҡәнәғәтләндермәй


Радий Хәбиров подъездар ремон­тындағы етешһеҙлектәр менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа улар ремонттан һуң да насар хәлдә тороп ҡалған.
Етешһеҙлектәр Архангел, Балаҡатай, Мәсетле, Федоровка, Хәйбулла, Ҡыйғы, Бишбүләк, Салауат, Борай, Өфө, Кү­гәрсен, Стәрлетамаҡ, Йылайыр, Көйөр­гәҙе, Нуриман, Баҡалы, Саҡмағош, Ауырғазы, Мәләүез районы һәм Салауат ҡалаһындағы 47 подъезда асыҡланған. Уларҙы Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы тапҡан.
– Ремонттан һуң эшләгән фотоларҙы күрҙем, улар матур түгел. Эште көсәйтеү зарур. Ремонтты сифатлы итеп эшләп бөткәс кенә уны ҡабул итергә һәм аҡса күсерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Читайте нас