Йәмғиәт
29 Сентябрь 2020, 10:00

Нисәнсегә юғала инде был үҫмер?

Рәмил тағы сығып киткән...

Бер йыл эсендә нисәнсе тапҡыр инде был малай, яҡындарын ҡайғыға һалып, өйөнән сығып китә. 10 августа, унан һуң 21 сентябрҙә генә уны эҙләүҙәре тураһында хәбәр иткәйнеләр. Беренсеһендә ете көндән һуң Сипайловола табылған.

27 сентябрҙә уның тағы өйөнән сығып китеп ҡайтмағанлығы, үҫмерҙе эҙләү ойошторолоуы тураһында хәбәр итә "Лиза - Алерт" отряды ирекмәндәре һәм был мәғлүмәтте интернет киңлектәрендә күберәк таратыуҙы үтенә.

Волжанин Рәмил, 12 йәш, билдәләре: буйы 153 см, уртаса кәүҙәле, һары сәсле, зәңгәр күҙле.

Үҫмерҙе күреүселәр булһа, 88007005452 йәки 112 һандарына шылтыратығыҙ.

Фото: nenovostifakty.ru
Читайте нас