Йәмғиәт
29 Сентября 2020, 14:30

"Ҡыҙың өҙөлөп көтә, Юлиә!"

Йәш әсәнең ҡайҙа булыуы мөмкин?

Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе 29 йәшлек Юлиә Вәхитованы Башҡортостанда эҙләйҙәр. Ул 3 сентябрҙә үк бер кемгә лә әйтмәйенсә өйҙән сығып киткән. һигеҙ көн үткәс әсәһенә шылытыратып, Өфөлә булыуын белдергән, кискеһен ҡайтып етергә вәғәҙәләгән, тик бөгөнгө көнгә тиклем унан бер хәбәр ҙә юҡ. Был шылтыратыу һуңғыһы булған. Шунан һуң уның телефоны һүнгән, социаль селтәрҙәргә лә сыҡмаған.
Әйткәндәй, Юлиәнең элек тә юғалып торған саҡтары булған, тик ул осраҡтар тиклем оҙаҡҡа һуҙылмаған. Ә бит уны өйҙә борсолоп әсәһе көтә, шулай уҡ алты йәшлек ҡыҙы өҙгөләнә.
Яҡындары борсолоп, полицияға ла мөрәжәғәт иткән, шулай уҡ “Лиза-Алерт”, ”Легион Спас” ирекмәндәре лә эҙләүгә ҡушылған.
Бәлки, Юлиә хаҡында мәғлүмәт белеүселәр табылыр, уларҙан 8 (951) 4487413 телефонына шылтыратыу һорала.
Фото социаль селтәрҙән.
Читайте нас