Йәмғиәт
30 Сентябрь 2020, 07:30

Балаларҙы мыҫҡыл иткән тәрбиәсене ни көтә?

Ул балаларҙы бер-береһенә һөсләтә, кемеһенеңдер ауыҙын скотч менән йәбештерә, ҡулдарына линейка менән һуға, хатта...

Социаль приютта эшләп йөрөгәндә балаларҙы кәмһеткән, түбәнһеткән видео яҙҙырып интернетҡа һалған 22 йәшлек элекке тәрбиәсе ҡыҙ икенсегә суд алдына баҫасаҡ. Алдағы судта уны ғәйепле тип табып, 8 мең һум күләмендә штраф түләтергә тигән ҡарар сығарғайнылар. Прокуратура был ҡарарҙы йомшаҡ тип табып, уны яңынан судҡа бирергә ниәтләй.

Ниндәй видеояҙма тураһында һүҙ бара һуң әле тиеүселәрҙең иҫенә төшөрөп үтәбеҙ: унда тәрбиәсе балаларҙы бер-береһенә һөсләтә, кемеһенеңдер ауыҙын скотч менән йәбештерә, ҡулдарына линейка менән һуға, шул уҡ ваҡытта үҙе йәмһеҙ итеп һүгенә, балаларҙы кәмһетерлек һүҙҙәр ҡуллана, хатта уларҙың киләсәктәрен яманға юрай - бер һүҙ менән әйткәндә тәрбиәсенең тап киреһен эшләй.

Өфө приютындағы хәл-ваҡиға менән Тәфтиш комитеты, Прокуратура һәм Башҡортостан Эске эштәр министрлығы ҡыҙыҡһына, ә БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хеҙмәт бурыстарын тикшереүҙе ойоштора.

Бындай ҡылығы өсөн тәрбиәсе эштән ҡыуыла. Приют директоры ла үҙ теләге менән эштән китә. Зыян күргән балаларға "Ғаилә" психологик-педагогик медицина һәм социаль ярҙам үҙәге белгестәре психологик ярҙам күрһәткән.

Ул ваҡытта суд тарафынан тәрбиәсегә 8 мең һум штраф һалына. Судта ҡыҙ үҙ ғәйебен таный, үкенеүен белдерә. Тикшереү ваҡытында шул асыҡлана: ҡыҙ эшкә тейешле белемһеҙ көйө алынған, тимәк, уның бәләкәстәр менән эшләргә хаҡы булмаған.
Балаларға ҡарата ҡылынған гонаһтың хаҡы күпмегә төшөр - уныһы 6 октябрҙә үтәсәк апелляция инстанция судынан һуң билдәле буласаҡ.

Фото:социаль селтәр.
Читайте нас