Өфөнөң Калинин районында билдәһеҙ әҙәмдәр "Мираҫ" ансамбленең автобусын алып ҡасҡан. Был хәл "Химик" мәҙәниәт йорто янындағы туҡталҡала теркәлгән.
Хоҡуҡ һаҡсылары әйтеүенсә, яман уйлы бәндәләргә автобусҡа ултырып алыҫ китергә яҙмай. Улар эш боҙған урынынан тиҙ арала ҡаса. Алыҫ китмәһәләр ҙә, енәйәт ҡылынған, бының өсөн яуап бирергә тура киләсәк.
Транспортты алып ҡасыу тураһында ғариза полиция бүлексәһендә теркәлгән, ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған. Енәйәтсене эҙләү алып барыла, тип аңлатма биргәндәр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.