Бөгөн иртән республикабыҙҙың ҙур булмаған ҡалаларының береһе Бәләбәйҙәге ҡунаҡхана янында уртаса йәштәрҙәге ир кешенең мәйете табыла. Был хаҡта NewsBash порталы, “КП-Өфө”нөң сығанаҡтарына һылтанып, хәбәр иткән.
Тәү ҡарамаҡҡа бисараның тәнендә бейеклектән осоп төшкәнгә оҡшаған тән йәрәхәттәре лә булған. Кисекмәҫтән килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре был кешенең шәхесен асыҡлаған. Мәскәү өлкәһенән килгән 42 йәшлек ир икән, уның кеҫәһендә телфоны, зарядкаһы, банк карталары, поезға алынған билеты һәм паспорты ла ятҡан. Был әйберҙәрҙе тикшеренеү өсөн криминалистар алған. Республикабыҙға килеп, ни сәбәптән мәрхүм булғанлығын асыҡлау маҡсатында, ирҙең кәүҙәһен суд-медицина экспертизаһына оҙатҡандар.