Өфөлә бер йортта Әлшәй районынан 37 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табылған. Нимә сәбәпсе булған һуң район кешеһенең ҡала фатирында үлеп ятыуына?
Был ваҡиға буйынса, ирҙең үлтерелеү мөмкинлеге иҫәпкә алынып, енәйәт эше асылған.
Башҡортостан Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенсә, үле кәүҙәне 24 сентябрь Жәлил Кейекбаев урамындағы йорттарҙың береһендә тапҡандар. Тикшереүселәр һәм криминалистар ир үлгән мәлдә фатирҙа тағы 60 йәшлек бер ир һәм фатир хужаһы булғанлығын асыҡлаған. Фатирын ташлап сығып киткән хужаны тиҙҙән табалар, һәм ул ни булғанын һөйләп бирә.
Тикшереүселәрҙең фаразы шундай: ваҡиға булырҙан бер аҙна элек фатир хужаһы зыян күреүсе менән таныша һәм үҙенә йәшәргә индерә. Бәлә көндө улар икеһе лә иҫерек булған, ыҙғышып киткәндәр. Аҙағы бик хәйерһеҙ тамамланған: хужа ҡунағына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсеп, үлемесле яралар һалған. Кеше ғүмерен ҡыйған ир бысаҡты тәҙрә аша тышҡа ташлап, сығып ҡасҡан...
Әлеге мәлдә фатир хужаһы кеше үлтереүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алынған.