Эш урынында, күршебеҙҙә, ҡыҫҡаһы, эргә-тирәбеҙҙә изге күңелле, һәр йәһәттән дә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләрҙең күп булыуына иғтибар иткәнһегеҙҙер. Мәҫәлән, танышым Рәлиә Бирҙеғолова тураһында яҡшы һүҙҙәр генә һөйләргә мөмкин.
– Мин – ауыл ҡыҙы, Дим буйында тыуып үҫтем, буй еткерҙем, – тип һөйләй Рәлиә Сәйфулла ҡыҙы. – Тыуған яғымдан илһам алам, уны сикһеҙ яратам.
Рәлиә ханым менән йыш аралашмаһаҡ та, һәр күрешеү онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Эштән арып ҡайтып килеүенә ҡарамаҫтан, уның йөҙө ҡояштай балҡый, күңеле тулы нур. Һис ҡасан да зарланыу һүҙен ишетмәҫһең.
Тыумышы менән Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылынан булған ҡыҙ мәктәптә һәр ваҡыт “бишле”гә генә уҡыған. Класс етәксеһе Маһинур апайға изге эштәргә әйҙәгәне, яҡшылыҡҡа өйрәткәне өсөн сикһеҙ рәхмәтен белдерә. Тәжрибәле уҡытыусы ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы төрлө кәрәкле эштәргә өйрәткән. Бәйләм бәйләү, сигеү, тегеү-ямау һәм башҡа шөғөлдәр – шуға асыҡ миҫал.
Мәктәп директоры Фәрит Искәндәровтың һәр балаға күңел йылыһын йәлләмәүе, балаларҙы үҙенекеләй күреп яратыуы хәтеренә ныҡ уйылып ҡалған, ошо ыңғай сифаттарҙы әле лә йөрәк түрендә һаҡлай.
– Мәктәп тормошондағы бихисап сараларҙа әүҙем ҡатнаштыҡ, – тип дауам итә һүҙен Рәлиә ханым. – Бер осор санитарка булып һайландым, ябай ғына гигиена талаптарын үтәйҙәрме, дәрескә бөхтә йөрөйҙәрме – барыһын да тәфсирләп тикшерә инем. Ә VII класта бик яуаплы дружина советы рәйесе бурысын йөкмәттеләр.
“Педагогия институтына уҡырға ин, ҡулыңдан килә, уҡытыусы булып эшләрһең, һинең кеүек яуаплы кеше кәрәк”, – тип юғары белем алһын өсөн директор үҫмер ҡыҙҙы йыш өгөтләгән. Сер түгел, ауылда эш күп: малды ла ҡарарға кәрәк, баҡса мәшәҡәттәре лә күп. X класты тамамлағас иһә, ҡыҙ Өфө ҡалаһындағы Кооператив техникумына бухгалтерлыҡҡа имтихан биреп уҡырға ингән, әммә бында күңеле тартмаған.
– Документтарҙы алырға барҙым, өс сәғәт көтөп ултырҙым, бирмәйҙәр, уҡы тип әйтәләр, – тип үткәндәрҙе хәтерләй ул. – “Ҡайҙа бараһың?” тип төпсөнәләр. “Трамвай йөрөтөргә уҡыйым”, – тип ныҡышам. “Тапҡанһың эш...” Кемдер шулай ысҡындырҙы. “Был бала барыбер китә беҙҙән”, – тағы ла берәү ҡушылды уға.
Үҫмер, документтарын алып, машинист һөнәрен үҙләштерергә бара.
– Атайым менән әсәйем тракторсы булып эшләгәс, мин дә техникаға тартылдым, – ти Рәлиә. – Атайым Сәйфулла Иҫке Ябалаҡлы ауылынан. “Уңған Һәҙиә” тигән даны таралған әсәйем – Дәүләкән районының Ҡаҙанғол ауылы ҡыҙы.
Рәлиә Сәйфулла ҡыҙы һигеҙ балалы ғаиләлә буй еткергән. Биш малай, өс ҡыҙ булған улар. Һәр береһе мәктәптә яҡшы уҡыған. Күмәк булғас, сөгөлдөрҙө лә тиҙ утап бөткәндәр, өй эшенә лә өлгөргәндәр.
Бөгөн трамвай йөрөтөү, көн дә таң һарыһынан ҡараңғы кискә тиклем кешеләрҙе ташыу – яратҡан эше. Фиҙакәр хеҙмәте юғары баһаланған – “Хеҙмәт ветераны” тигән исемгә лайыҡ булған.
“Элек Черниковкаға трамвай йөрөй ине, юлды яптылар, шуны нисек тә тергеҙергә ине”, – тигән теләген дә еткерҙе әңгәмәсем.