Йәмғиәт
1 Октябрь 2020, 19:45

Ҡайҙа һин, Ҡәҙриә?

Өфө ҡалаһында йәшәгән 14 йәшлек Ҡәҙриә Шәмсетдинова иртәнге 6.40 сәғәттә өйөнән сығып китә...

Бөгөн, 1 октябрҙә, Өфө ҡалаһында йәшәгән 14 йәшлек Ҡәҙриә Шәмсетдинова өйөнән сығып киткән һәм әйләнеп ҡайтмаған, тип хәбәр итә “Лиза Алерт” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре. Был хаҡта ҡыҙҙың туғандары ла социаль селтәрҙәрҙә постар, видеомөрәжәғәттәр һалды.
Ҡәҙриә иртәнге 6.40 сәғәттә өйҙән сығып китә. Был көндә мәктәптә булмай. Апаһы әйтеүенсә, телефонының сим-картаһын өйҙә ҡалдырған, шуға күрә телефон аша бәйләнешкә сығыу мөмкин түгел. Үҙе менән ноутбугын алған.
Билдәләре: буйы 170 см, ҡаҡса кәүҙәле, яурынына төшөп торған асыҡ һоро сәсле, ҡуңыр күҙле. Ҡыҙ ҡара-күк төҫтәге куртка, ҡара-күк джинсы салбар, аҡ табанлы ҡара төҫтәге кеды кейгән була.
Ҡыҙҙың туғандары полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән. Әгәр Ҡәҙриә тураһында ниндәй ҙә хәбәргә эйә булһағыҙ, түбәндәге телефондарға шылтыратығыҙ: 8 (800) 700 54 52 йәки 112, 8-937-365-23-46 (Татьяна), 8-917-792-90-24 (апаһы).
Ҡыҙҙың имен-һау табылыуын. тиҙерәк ғаиләһенә ҡайтыуын теләйбеҙ.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас