Мин – Дилара Хөсәйенова. Балаҡатай районының бәрәкәтле ерендә – Билән ауылында 1996 йылдың йәмле август айында донъяға килгәнмен. Миңә 23 йәш. Әле Өфө сауҙа һәм иҡтисад колледжын уңышлы тамамланым.
Бала саҡтан сәнғәткә, мәҙәниәткә ғашиҡмын. Халыҡ йырҙарын яратып башҡарам.
– Туған телендә һөйләшкән кешенең күңеле бай, рухы камил була, тип тәрбиәләнеләр мине. Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һөйөү төрлө бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһарға ярҙам итте. Республика кимәлендә уҙғарылған йыр конкурстарында лауреат исемдәрен яулауға өлгәштем.
Әлеге ваҡытта мине психология фәне ҡыҙыҡһындыра. Ошо өлкәгә ҡараған китаптарҙы яратып уҡыйым. Киләсәктә үҙемде шул юҫыҡта күрәм. Сетерекле хәлдә ҡалған кешеләргә ауырлыҡтарҙы еңергә, үҙҙәрендә ышаныс тойғоһо тыуҙырырға, тормоштарында бәхет асҡысы табырға ярҙам итеү – ҙур хыялым.
Бәйгелә һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: милли колоритлы, матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ.
Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра.
2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм фотобәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фотоһы гәзит календарын биҙәйәсәк.