Бәләкәс Әнүәр киндер ыштанын тарта-тарта, ә ул һис кенә лә тыңлашмай, ҡаҙҙар артынан йән-фарман йүгерҙе. Тәбиғәттең иҫ киткес матурлығына, ҡоштарҙың сут-сут һайрауына, сиңерткәләрҙең бер туҡтауһыҙ сырылдауына бер килке иҫе китеп ҡарап торҙо малай. Хозурлыҡҡа һоҡланған ваҡытта ҡаҙҙарҙың алыҫҡа китеүен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Оҙон тал сыбығын болғай-болғай, уларҙы көс-хәл менән ҡайтыу яғына борҙо. Шунда ата ҡаҙ, муйынын алға һуҙып, уны суҡымаҡсы итте, теге ярты аҙым да артҡа сигенмәгәс, ҡанаттарын йәйеп ыҫылдап тағы ла яҡын килергә уйланы. Был хәйләһе лә килеп сыҡмағас, кире инә ҡаҙ һәм бәпкәләре янына барып маҡтана башланы. Имеш, яҡын ебәрмәне...
Малай, утъяҡҡысҡа инеп, бер туҫтаҡ ҡатыҡ эсеп, әлеге эше өсөн бер телем әпәй менән тамаҡ туйҙырып алғас, күңеле күтәрелеп китте... Атайым һөйләүенсә, бына шулай бер телем икмәккә ҡаҙ көткән ул. Беҙгә, балаларына, бына ни өсөн икмәктең ҡәҙерен белергә өйрәткән икән, уны аҙаҡтан ғына аңланыҡ.
1930 йылдың йәмле йәйендә насар уйлы әҙәмдәр күрше ауылда Әнүәрҙең атаһын мулла булғаны өсөн һыу эскеһеҙ итеп туҡмай. Үкенескә ҡаршы, ул вафат була. Мәйетте арбаға һалып ҡайтарып ебәрәләр. Ҡартәсәйем береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән тол ҡала. Ул ваҡытта атайыма ни бары өс йәш булған, апаһы Гөлниса ла ҡул араһына инмәгән, ә ҡустыһы Сәрүәр яңы саҡ атлай башлаған.
Һуғыш йылдарының ауырлығы бик иртә төшә Әнүәр Йомағужиндың иңенә. Эйе, колхозда үгеҙ егеп ер һөрөү, ялан тырматыу, иген сәсеү кеүек тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәрҙе башҡарған атайымдың да Еңеүгә ҙур өлөш индергәненә һис тә шигем юҡ. Бынан тыш, ФЗО-ға ла эшкә ебәрәләр уны. Үҙ иңендә бына шундай ауырлыҡтар күреп үҫә ҡәҙерле кешем.
Бер ваҡыт атайымдың апаһы Гөлнисаны Ҡужабаҡ ауылынан Башҡорт Үргененә балалар йортона эшкә ебәрәләр. Ҡартәсәйемдәр ҙә уның артынан юллана, йәғни күсенеп киләләр һәм ошонда төпләнәләр. Атайым менән әсәйем Бөйөк Еңеүҙең ун йыллығын билдәләгәндә ғаилә ҡороп, татыу ғына йәшәп китәләр. Туғыҙ балаға ғүмер бүләк итеүҙәре ҡаһарманлыҡҡа тиң.
Билдәле инде, йорт хужаһы ғүмере буйы колхозда көтөүен дә көттө, арба, сана, тәгәрмәстәр ҙә эшләп йүнәтте, тирмәнсе лә булды. Иртә яҙҙан Абысҡанға һыйыр малдарын ҡыуҙылар. Көтөү көтөргә һыбай баралар, 70 километр яҡын ара түгел бит!
Аҙна буйы көтөү көтөп, беҙгә, ҡошсоҡтарына, күнәкләп еләген дә, муйылын да, әлморонон да алып ҡайта торғайны. Ҡуян күстәнәсенән күп ауыҙ иттерҙе. Ҡарағас һағыҙы ғына ни тора! Хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды. Пенсияға сыҡҡас та, өйҙә тик ятманы, апрель аҙаҡтарынан алып октябрь урталарына хәтлем ауыл көтөүенә ялланды.
Улдарын һәм ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтырыуға, тормошта үҙ урыныбыҙҙы табырға ярҙам итеүгә атай-әсәйем көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Яҡындарыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ – балаларының бишәүһе юғары белемле, ә өсөбөҙ техникумда уҡыныҡ.
Атайымдың әсәйемә әйткән ошо һүҙҙәре гел иҫтә: “Әбей, һин балаларға йомшаҡ бул, ә мин ҡаты булайым, малайҙар өсөн – мин, ә ҡыҙҙарға һин яуап бирәһең”. Шуғамы икән, атайым уҫал һымаҡ күренде беҙгә, уның ни әйтерен күҙ ҡарашынан аңлай торғайныҡ. Ә әсәйем, киреһенсә, йомшаҡ күңелле, бик сабыр ине. Үҫеп етеп, ситкә уҡырға китһәк тә, һәр балаһының тәртибе, уҡыуы менән ҡыҙыҡһынып торҙо атайыбыҙ. Күстәнәсен тейәп килеп етер ине.
Мәктәптә уҡығанда төрлө бүләктәр менән дәртләндерҙе, ә X класты тамамлағас, һәр беребеҙгә ҡул сәғәте алып биреп ҡыуандырҙы. Уның миңә лә сәғәт алып биреү ниәтен белгәс, “сәғәт тағырға яратмайым, сәпит кәрәк” тигәйнем, район үҙәге Иҫәнғол ауылынан велосипед алып ҡайтып бирҙе.
“Әнүәр Кинйәғәле улы балаларын бүләктән өҙмәй!” Ошондай маҡтау һүҙҙәрен ауылдаштарымдан йыш ишеттем.
Бала сағыбыҙ ауылдағы иң ҡыҫҡа урамдың береһе Әмәкәстә үтте. Уның алғы яғына сыҡһаң, бүтән урамдарға юл асыла, ә теге осо Бишәй урамына барып тоташа. Әмәкәстә күңелле булғанғалыр инде, бүтәндәр ҙә һәр ваҡыт беҙҙең яҡҡа йыйылып, төрлө уйындар ойошторҙо.
Уйнап йөрөгәндә, сыбыртҡы шартлауын ишетеү менән, шул тауыш сыҡҡан тарафҡа ашығам. Атайым, минең атайым ҡайтып килә! Иң беренсе булып уның сумкаһын ҡулыма алам, ә унда – әлеге лә баяғы “ҡуян күстәнәсе”. Ашап туйғыһыҙ тәмле, әхирәттәрем менән дә бүлешәм. Уйынға бирелгән бала-сағаны мәрәкәләп китеүҙәре, “мине лә уйнатығыҙ әле” тип шаяртыуҙары – барыһы ла хәтерҙә.
Бөтә туғандар менән йыйылышһаҡ, “рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ, бәхетле, ғәмһеҙ бала саҡ өсөн” тип атай менән әсәйҙе һәр саҡ иҫкә төшөрәбеҙ. Әйткәндәй, быйыл атайыма 93 йәш тулған булыр ине...