Йәмғиәт
2 Октябрь 2020, 18:30

Биш айлыҡ баланың ғүмерен ҡыйҙы...

"Минең ғәйебем юҡ!"

Табиптар аҙна буйы бәләкәстең ғүмерен ҡотҡарырға тырышты, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөғжизә булмағайны...
Белорет район-ара суды Өфөнән 35 йәшлек иргә ҡарата суд ҡарары сығарған. Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2019 йылдың декабрендә автомобилдә китеп барған ир Өфө – Инйәр – Белорет юлында юл ҡағиҙәләрен боҙоп, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Һөҙөмтәлә ул “Ниссан Альмера” машинаһына барып бәрелгән.
Ошо юл-транспорт ваҡиғаһында сит ил автомобилендәге биш айлыҡ малай ауыр йәрәхәттәр алғайны. Табиптар уның ғүмерен ҡотҡарырға тырышһа ла, бала бер аҙнанан һуң вафат булды. Ир иһә ғәйебен танымаған.
Әле билдәле булыуынса, суд уны өс йылға иркенән һәм ике йыл да алты айға транспорт сараһына идаралыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарған. Бынан тыш, ғәйепләнеүсе бер миллион һум күләмендә әхлаҡи зыянды ҡапларға тейеш.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү мөһимлеген онотмаһаҡ ине. Күпме кешенең ғүмере ҡыйыла, яҙмыштар селпәрәмә килә бит...
Фото: best4kids.ru
Читайте нас