Йәмғиәт
2 Октябрь 2020, 05:31

Демографияны нисек яҡшыртырға?

Өфөләге Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда “Башҡортостандың демографик киләсәге: замандың яңы талаптары” тигән парламент тыңлауы үткәрелде. Сараны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов алып барҙы. Был тема буйынса фекер алышыуҙа депутаттар, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.

Өфөләге Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда “Башҡортостандың демографик киләсәге: замандың яңы талаптары” тигән парламент тыңлауы үткәрелде. Сараны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов алып барҙы. Был тема буйынса фекер алышыуҙа депутаттар, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.


– Демография мәсьәләһе Рәсәй өсөн генә түгел, ә бөтә донъя өсөн көнүҙәк. Әлегә уны хәл итеү буйынса универсаль сара табылманы. Ләкин беҙ уның менән шөғөлләнергә бурыслы, был өлкәлә ике йүнәлеш тәҡдим ителә – тәбиғи артымды күбәйтеү һәм уртаса ғүмерҙе оҙайтыу. Беҙ бөгөн ошо йүнәлештәге өҫтәмә саралар тураһындағы тәҡ­димдәрҙе тыңлау өсөн йыйылдыҡ, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев онлайн тәртибендә яһаған инеш сығышында.
Төп докладтар менән республика парламентының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты рәйесе урын­баҫары Римма Үтәшева, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, мәғариф министры Айбулат Хажин, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев, Сибай ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова һәм башҡалар сығыш яһаны.
– Көн тәртибендәге бөтә мәсьәләләр араһында иң мөһиме – демография, – тине Ленара Иванова. – Мин хәлде ҡайнар һыуға эләккән тәлмәрйен менән сағыш­тырыр инем: ул был һауыттан күҙ асып йомғансы һикереп сығасаҡ, ә бына уны һалҡын һыуға һалып утта ҡыҙҙырырға ҡуйһаң, тәлмәрйен һыуҙың аҡрынлап эҫей башлағанын һиҙмәйәсәк һәм тереләй бешеп үләсәк. Демография менән дә шулай: уның күрһәткестәре ул беҙгә һиҙҙермәйенсә генә насарая бара һәм эҙемтәһе ҡот осҡос булырға мөмкин.
Максим Забелин һөйләүенсә, әлеге мәлдә ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар араһында әсәлек капиталы артынан ҡыуыу бара һәм сабыйҙар үлеме һанының артыуы ла шуның менән аңлатыла. Аҡсаға ҡыҙығып, ҡарындағы яралғының медицина күрһәткестәре буйынса йәшәүгә яраҡһыҙ булыуына иғтибар итмәгәндәр ҙә байтаҡ.
Парламент тыңлауында ҡатна­шыу­сылар республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышын, тыуымды арттырыу сараларын, йәш ғаиләләргә ярҙам итеү кимәлен һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Фото: ИА "Башинформ"

Читайте нас