Элекке көн төндә Ейәнсура районындағы бер ауылда дүрт әшнә араҡы эсә. Хужалар – 51 һәм 55 йәшлек ике ир менән 19 һәм 20 йәшлек ике дуҫ. Бер мәл улар араһында низағ тыуа. Йәштәр бер туғандарҙы ныҡ итеп туҡмап, мәйеттәрен егеүле ат менән урманға алып бара һәм йырынға ташлап китә. Был ваҡиға тураһында "КП-Уфа" баҫмаһы хәбәр итә.