Йәмғиәт
1 Октябрь 2020, 19:15

Иғтибар үҙәгендә - Белорет күпере

Ул ниндәй булыр? Ике вариант тәҡдим ителә.

30 сентябрҙә Белоретта күпер төҙөү буйынса геологик тикшеренеү эштәре башланды. Был ғәмәл төҙөлөш проектланған урындың торошо тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алыу өсөн башҡарыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Белорет ҡалаһы янында быуа аша һалынған оҙон ағас күперҙе үткән быуаттың 30-сы йылдарында Металлургия комбинаты төҙөгән һәм аҙаҡ тәртиптә тотҡан булған. Оҙонлоғо 550 метрлыҡ ҡоролма һуңынан хужаһыҙға әйләнгән. Аҙаҡҡы бер нисә йылда уның аша үтеүҙе тыйҙылар. Күперҙең һаҡланған элементтарын реконструкция уҙғарғанда ҡулланыу өсөн консервациялап ҡуйҙылар.
Билдәле булыуынса, тикшеренеү эштәре дүрт урында башҡарыласаҡ: икәүһе күпер тәңгәлендә уң һәм һул ярҙа, тағы ла икәүһе өҫтәрәк урында - был хакимиәт тарафынан тәҡдим ителгән. Әле геологтар тәрәнлекте билдәләү маҡсатында тау тоҡомдарын быраулай. Уларға буласаҡ күперҙең таяуҙары терәләсәк.
Тикшеренеү эштәре һөҙөмтәһе октябрь аҙаҡтарында билдәле буласаҡ.
Артабан Башҡортостан ҡалалары үҫеше институты күперҙе тергеҙеүҙең һәм тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндереүҙең ике вариантын тәҡдим итәсәк. Был варианттар Башҡортостан Хөкүмәте һәм Белорет халҡы хөкөмөнә сығарыласаҡ.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас