Тыумышы менән Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан булған, көтмәгәндә юғалған Ғилман Усмановты эҙләү дауам итә. Егет ошо уҡ районда урынлашҡан Мерәҫ ауылына эшкә киткән һәм артабан уның хаҡында бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ.
"Изге күңелле кешеләр, һеҙгә ҙур үтенесем бар, – тип яҙған “Бәйләнештә” селтәрендә Ғилмандың бер туған һылыуы Нәзифә Усманова. – Ағайымды эҙләү тураһында ошо мәғлүмәтте мөмкин тиклем киңерәк таратһағыҙ ине. Мин тик һеҙгә таянам. Арағыҙҙа, бәлки, уны белеүселәр ҙә барҙыр йәки күргәнһегеҙҙер ҙә. Уның иҫән булыуына ышанам. Миңә ҡалһа, Ғилман, хәтерен юғалтҡан. Алдан уҡ барығыҙға ла ҙур рәхмәт!"
Мерәҫ ауылы “Талҡаҫ” шифаханаһына илткән юлда ята. Уға яҡын ғына - Граф күле, ә инде артабан Талҡаҫ күле йәйрәп ята. Хәлде һыуға төшөр ғәйеп булыу менән дә бәйләүселәр юҡ түгел. Туғандары Ғилман Ғәлимйән улының иҫән булыуына һис кенә лә ышанысын юғалтмай. Килер шатлыҡлы көн, егет табыласаҡ, тип уйлай улар.
Нәзифә Усманова “Бәйләнештә”ге сәхифәһенә бер туған ағаһын эҙләүе тураһында даими яҙып тора.
Хөрмәтле дуҫтар! Әгәр ҙә Ғилман Усманов тураһында ҡош телендәй генә хәбәр ишетһәгеҙ, 8 927 082 0695, 8 967 750 9195 телефондарына шылтыратыуығыҙҙы үтенәбеҙ.