Йәмғиәт
2 Октябрь 2020, 05:49

“Үҙ көсөбөҙгә таянабыҙ”

Ике тиҫтә йыл һөт йыйыу менән шөғөлләнәләр.

Күптән түгел Еҙем-Ҡаран ауылында Ибраһимовтарҙың һөт ҡабул итеү пункты үҙ эшмәкәрлеген башланы. Заманында районыбыҙҙа бер нисә һөт ҡабул итеү пункты булған, шул иҫәптән Еҙем-Ҡаранда ла эшләп килгән. Ул башта Красноусол, артабан Стәрлетамаҡ һөт заводтарына ҡарай. Бер нисә йыл элек эшмәкәрлеге туҡтап, хеҙмәткәрҙәр эшһеҙ ҡала.
Баҡраҡ ауылынан ирле-ҡатынлы Ибраһимовтар – лаборантка булып эшләгән Альбина Әхәт ҡыҙы менән аппаратсы Рөстәм Әнүәр улы, төп эштәренән тыш, Баҡраҡ һәм Еҙем-Ҡаран ауылдарында шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйып, пунктҡа килтереп тапшырғандар. Шуға ла ике тиҫтә йылға яҡын һөт йыйыу менән булышҡан Ибраһимовтарҙы эшһеҙ ҡалған тип әйтеп тә булмай, сөнки халыҡ өсөн кәрәкле был шөғөлдө дауам итәләр. Был тәңгәлдә үҙ эштәрен асырға уйлап, һөт ҡабул итеү пунктын бер йылға ҡуртымға алалар, әммә кешенеке һинеке булмай икәнен аңлап, үҙҙәренең цехын асыу уйы менән яна башлайҙар. Һәм уйлағандарын тормошҡа ашырып, ниһайәт, быйыл мартта үҙ көстәре менән Еҙем-Ҡаран ауылында эшмәкәрлектәрен башлап ебәрәләр. Бында өс кеше үҙенә эш урыны тапҡан.
– Беҙ был цехты дәүләттән, бер ҡайҙан ярҙам алмай, бер ниндәй программаларҙа ҡатнашмай, үҙ көсөбөҙ, йәғни малдан (күпләп мал-тыуар аҫрайҙар) килгән аҡсаға төҙөп, барлыҡ кәрәкле ҡорамал­дарҙы йүнләнек, ике һөт ташыу автомашинаһы һатып алдыҡ, “УАЗ”ыбыҙ бар, – ти Альбина Әхәт ҡыҙы.
Ибраһимовтар, көнөнә 20 тоннаға яҡын һөттө ҡабул итеп, уның ҡуйылығын, таҙалығын тикшереп, һыуытып, республиканың бер нисә һөт эшкәртеү комбинатына оҙата. Ауырғазы, Архангел райондары, Сәйетбаба, Имәндәш ауыл биләмәләре, “Р.В. Мөьминов”, “Р.Ғ. Ғафаров”, “Р.Р. Йомағолов”, “Урожай” хужалыҡтары менән хеҙмәттәшлек итәләр. Яҡын-тирә ауылдарҙың һөт йыйыусылары ҡабул итеү пунктына үҙҙәре килтереп тапшырһа, йыраҡтағыларына һөт ташыған автомашиналар юллана. Уларҙы водителдәр Абдулла ауылынан Радик Аҙнабаев менән Еҙем-Ҡарандан Фәрис Ғимранов хеҙмәтләндерә. Ҡыш һөт аҙ йыйылған мәлдә “УАЗ” ташып өлгөртә.
– Эшмәкәрлек алып барыуҙа ауылдарҙағы һөт йыйыусыларҙың ныҡлы терәк-таянысын тойоп эш итәбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре йыл әйләнәһенә, хатта ҡышын да һөт йыйып тапшырыу эшен туҡтатмай. Был тәңгәлдә Яңы Тайыш ауылынан Әлфиҙә Үтәгәнованы маҡтап телгә алырға теләйем. Нисәмә йыл шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыу менән шөғөлләнеүселәр – Юлыҡтан Мәхәмәт­гәрәй Кинйәғолов, Абдулла ауылынан Илдар Сәғитов, Яңы Еректән Алексей Иванов, Үзбәктән Ринат Ғәйнуллин, Юрмаштан Илдар Салауатов, Имәндәштән Мирза Муллашев, Таш-Аҫтынан Таңгөл Ҡаранаева, Сәйетбабанан Ришат Рахманғоловты айырыуса билдәләргә кәрәк.
Һөт йыйыусыларға ла, тапшы­рыусыларға ла, айырыуса Еҙем-Ҡаран ауылы крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рөстәм Йомағоловҡа рәхмәт. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, хәстәрлекле, бер төптән, бер-беребеҙгә ярҙамлашып эшләйбеҙ, тәүге мәлдәрҙә уның тос ярҙамын тойҙоҡ, – ти Альбина Ибраһимова. – Ә бына Яҡтыкүлдән йөрөп эшләгән Рима Муллағолова – һөт ҡабул итеү пунктында минең ышаныслы ярҙамсым.
Әлбиттә, һөттө йыйыу менән генә түгел, килешеүҙәр төҙөп, тапшырылған һәр килограмм өсөн үҙ ваҡытында иҫәп-хисап яһарға ла кәрәк. Ә Ибраһимовтарҙың эшмәкәрлеге был йәһәттән ышанысҡа ҡоролған. Булдыҡлылыҡтары, эшлеклелектәре менән билдәле, алға ҡарап эш иткән Баҡраҡ ауылы эшҡыуарҙары киләсәктә пункт биләмәһендә сауҙа нөктәһе асыу, үҙҙәре етештергән һыйыр һөтөн 1,5 литрлы шешәләргә тултырып һатыу уй-пландары менән янып йәшәй.

Тырышҡан таш ярыр, тигәндәй, эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын, теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!


Ғафури районы.
Читайте нас