Илдә өлкәндәрҙең былтырғы социаль-иҡтисади хәленә мониторинг яһалды. “Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2019 йылда халыҡ һанының бер ни тиклем кәмеүе менән бергә өлкәндәрҙең артыуы дауам итә.
Былтыр Рәсәй Федерацияһында 146,7 миллион кешенең һәр дүртенсеһе хеҙмәткә һәләтле йәштән өлкәнерәк икәнлеге асыҡланды (36,6 миллион). Был ил халҡының 25 проценты тигән һүҙ. Күҙаллауҙарҙан күренеүенсә, 2024 йылға уларҙың һаны 40,8 миллионға етәсәк. Ә 2030 йылға 43,7 миллион тәшкил итеүе мөмкин, был инде дөйөм халыҡтың 29 проценты.
Уртаса көтөлгән ғүмер оҙайлығы былтыр ир-ат өсөн 68,23 йыл тәшкил иткән, ҡатын-ҡыҙ өсөн 78,17 йәш тип билдәләнгән. Белгестәрҙең әйтеүенсә, халыҡтың ҡартайыуына, йәғни өлкәндәр өлөшөнөң артыуына ике фактор йоғонто яһай: беренсенән, сабыйҙар тыуымы кәмей, икенсенән, ғүмер оҙайлығы арта.
Илдә 2024 йылға тиклем уртаса көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә еткереү бурысы ҡуйылған. 2030 йылда ул 80 йәш тәшкил итергә тейеш. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн өлкәндәрҙең тормош сифатын яҡшыртыу, сәләмәтлеген, социаль, иҡтисади һәм психологик хәлен, матди именлеген һаҡлау хәстәрҙәрен тормошҡа ашырырға кәрәк, тип һығымта яһаған белгестәр.