“Нисек йәшәй бөгөнгө ауыл?” Ябай ғына кеүек был һорау, әммә һәр ауылдың үҙ тарихы, үҙенсәлекле кешеләре, данлыҡлы шәхестәре, боронғо быуаттарҙан мираҫ булып ҡалған йолалары бар. Әле иһә заман ауырлығына һылтанабыҙ, халыҡты туплауы, бер маҡсатҡа ойоштороуы ауыр, тибеҙ. Тик Илеш районының Бишҡурай ауыл биләмәһендә йәшәгән халыҡ бөтөнләй киреһен иҫбатлай. Улар ойошҡан һәм ауыл халҡын борсоған проблемаларҙы, хәл итә торған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә күнеккән. Был да электән ҡалған йола тиһәң дә була.
Яңы күпер яңы ынтылыштарға әйҙәй
Ауыл хакимиәтен утыҙ йылдан ашыу етәкләгән Замир Хәмиҙуллин ҡалдырған матур ғәҙәт ул. Ошо дәүер эсендә совет осорон да, үҙгәртеп ҡороуҙар мәлен дә, көрсөк замандарын да ауылдаштар иңгә-иң терәшеп үткәргән. Ул йылдарҙа биләмәлә атҡарылған эштәр тураһында тәфсирләп һөйләй башлаһаң, гәзит бите етмәҫ ине. Иң ҡыуандырғаны әле теҙгенде ҡулға алған ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе Илвир Ҡиағап улы Хәмиҙуллин да ауыл халҡының тормошон еңеләйткән, йәмләндергән эштәрҙе байтаҡ атҡара. Мәҫәлән, күптән түгел “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһын файҙаланып, Иләкшиҙе ауылындағы Ташшишмә йылғаһы аша һалынған күперҙе асыу тантанаһының шаһиты булдыҡ. Әлеге күперҙе төҙөү хыялы менән халыҡ күптән янған. Ҡоролма таушалып, хәүеф тыуҙыра башлаған булған.
– Бөгөн Бишҡурай ауыл биләмәһендә икеләтә байрам. Бәләкәй генә булһа ла, Ташшишмә йылғаһы мул. Ауыл халҡына быуа ла кәрәк. Күптәр мал тота, ҡош-ҡорт үҫтерә. Шуға был объектты еренә еткереп эшләү мөһим ине. Программала Бишҡурай ауылы биләмәһе халҡы күптән әүҙем ҡатнаша: бығаса ФАП төҙөлдө, “Беларусь” тракторы алынды, һыу үткәрелде. Иләкшиҙеләр “Айыҡ ауыл” акцияһына ла ҡушылды. Данлыҡлы төйәктә матур ғаиләләр бихисап. Ауылығыҙ төҙөк. Был акция эскелек менән көрәш өсөн түгел, ә дәртлерәк йәшәү, гөрләтеп донъя көтөү өсөн үткәрелә, – тип тәбрикләне халыҡты район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин.
Ауылдың әүҙем ғаиләләренең береһе, ошо күперҙе төҙөүгә күп көс һалған Әлфиә менән Салауат Бағмановтарға кешеләр рәхмәт әйтте.
– Ташшишмә йылғаһы ауылды икегә бүлеп аға. Ферма, клуб, кибеттәр был яғында урынлашҡан. Авария хәлендәге күпер аша үткән балалар өсөн дә хәүефләнә инек. Мәшәҡәтле, күп көс талап иткән төҙөлөш тамам. Яңы күпергә яңы асфальт кәрәк! Беҙҙең ғорурлығыбыҙ – Муса Гәрәевтең юбилейына әҙерлек эштәрен башларға ваҡыт. Бергә булайыҡ, ауылдаштар, – тип яҡташтарын дәртләндерҙе Салауат.
Бишҡурай ауыл биләмәһенә биш ауыл ҡарай: Бишҡурай, Иләкшиҙе, Кесе Бишҡурай, Ташшишмә, Түләгән. Йәмғеһе 1104 кеше йәшәй. Биләмәлә өс клуб, медпункттар, ауыл һайын ике-өс магазин, яңы технологиялар менән йыһазландырылған китапхана, урта мәктәп һәм балалар баҡсаһы бар. Бишҡурай ауылы мәктәбендә йөҙгә яҡын уҡыусы белем ала.
“Гөрләп торған мәктәптә эшләүе күңелле”
Юл төшкәс, мәктәпте күрмәй китеү яҙыҡ. Сыр-сыу килеп уҡыусылар мәктәптән сыҡты. Башланғыс класс балалары ҡайтырға ашыҡмай, йылы, сыуаҡ көндө ҡояшҡа иҙерәп, яйлап, һөйләшә-һөйләшә урам буйлап атлай. Ә бына уртансы класс уҡыусылары мәктәп баҡсаһында кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә йыя ине. Мәктәптең баҡсаһы ҙур – бер гектар. Был ерҙә йәшелсә-емеште мул итеп үҫтерәләр һәм ҡыш буйы үҙҙәренең емешенән компот ҡайнаталар, йәшелсәһенән салаттар, тәмле аштар бешерәләр. Әйткәндәй, йәй буйы баҡсалағы емеш-еләкте һатып, балаларға приздар, бүләктәр алыу өсөн аҡса туплап ҡуялар. Быйыл ҡурай еләге, ҡарағат һатып, 40 мең һум аҡса эшләгәндәр.
Мәктәптә 17 уҡытыусы эшләй, ике тәрбиәсе бар. Йәмғеһе 71 бала белем ала, 18 бала – мәктәпкәсә тиклемге тәрбиәләнеүселәр. Балалар баҡсаһы беренсе ҡаттың яртыһында урынлашҡан. Күптән түгел “Берҙәм Рәсәй” партияһы “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә 320 мең һумлыҡ балалар майҙансығы бүләк иткән. Был майҙансыҡта балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйҙар ғына түгел, башланғыс класс уҡыусылары ла рәхәтләнеп уйнай.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында беҙҙең гәзиттең күптәнге дуҫы, әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе Рәмзилә Хәмиҙуллина ҡаршы алды. Рәмзилә Рафат ҡыҙы мәктәптә 1992 йылдан бирле эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар берлегенең әүҙем ағзаһы. Ауыл советында ойошторолған һәр бер эштең уртаһында ҡайнап йәшәй ул.
– Пандемиянан һуң мәктәпкә ҡыуанып килдек. Шау-гөр килеп торған белем усағында эшләүе лә күңелле. Беҙ балаларҙы, улар беҙҙе һағынған, – ти ул.
Мәктәп директоры Ильвира Әхмәтйәнова мәктәптең оло ғорурлығы булған музей менән таныштырҙы. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар осоусы Муса Гәрәев Бишҡурай ауыл биләмәһенә ҡараған Ташшишмә ауылында тыуып үҫкән. Ауылда уның йорт-музейы эшләй. Мәктәптә Муса Гәрәев тураһында ентекле мәғлүмәт тупланған музей бар. Экскурсия менән килеүселәр Ташшишмәгә төшөр алдынан музей менән танышып сыға икән.
– Пандемияға тиклем бөтә күрше райондарҙан да, сиктәш республикаларҙан да уҡыусылар, оло йәштәгеләр менән автобустар экскурсияларға йыш килә ине. Сир сигенгәс, был йүнәлештә эш йәнләнер тип өмөт итәбеҙ. 2022 йылда легендар яҡташыбыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейын үткәрәсәкбеҙ. Был сараларға әҙерлек башланды ла инде, – тип һөйләй Ильвира Фәһим ҡыҙы.
Ниндәй генә заманалар килмәһен, бишҡурайҙар колхоздарын һаҡлап алып ҡалған. 1930 йылда нигеҙ һалынған “Коммунар” күмәк хужалығы бөгөн Муса Гәрәев исемен йөрөтә. Тотороҡло үҫешкә йүнәлеш алған колхозда бөгөн 1500 мал бар, шуның 500-ө – һауын һыйыры. Көн һайын 65 центнер һөттө Бәләбәй һөт заводына алып китәләр. “Ҡара-сыбар” тоҡомға өҫтөнлөк биргәндәр.
Хужалыҡ етәксеһе Илгизәр Ҡиағап улы Хәмиҙуллин – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1988 йылда Башҡортостандың ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң тап ошо колхозда хеҙмәт юлын башлай. Һигеҙ йыл Илеш районының ветеринар лабораторияһын, унан станцияһын етәкләй. 2008 йылдан район хакимиәте башлығының урынбаҫары, райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы вазифаһын башҡара. Бындай етәксе менән алға атлау, һөҙөмтәләргә ирешеү тәбиғи.
Һөтсөлөк буйынса хужалыҡ районда гел алдынғылар рәтендә. Һөттөң сифаты юғары. Быларҙың барыһы ла – мал ҡараусыларҙың тырышлығынан. Һауынсылар Ләйсән Ямаева, Финә Ғәскәрова, Марина Ильясова, Хәниә Әминева район буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Айырыуса Ләйсән Ямаева бөтә ярыштарҙа ла алдынғылар исемлегендә.
Үҫемлекселек менән дә әүҙем шөғөлләнә хужалыҡ. Быйыл 5 500 гектар майҙанда ужым бойҙайы, арпа һуғып алғандар. Уңыш гектарынан 30 центнер сыҡҡан. Мал аҙығы өсөн техник культуралар үҫтерәләр, ҡарабойҙайҙан да һәйбәт уңыш алалар.
– Механизаторҙарҙың барыһы ла – ышаныслы, хужалыҡта оҙаҡ йылдар эшләгән кешеләр. Урал Хәмиҙуллин, Ғәлим Дияров, Искәндәр Мәрүәнов, Фнүн Ғариповтар һәр береһе 20 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуҡты. Эште белеп, еренә еткереп атҡарғандар менән уңышҡа өлгәшеп була, – ти Илгизәр Ҡиағап улы.
Әйткәндәй, ауыл биләмәһендә йәшәгән кешеләрҙең 30 проценты хужалыҡта эшләй. Тимәк, ауыл халҡының күпселегенең йәшәү шарттары, кәйефе, матди хәле хужалыҡтың үҫешенә, ныҡлығына бәйле. Ауыл хакимиәте рәйесе Илвир Ҡиағап улы һәм хужалыҡ етәксеһе Илгизәр Ҡиағап улы ла был ябай, әммә тормоштоң ысынбарлығына бәйле хәҡиҡәтте яҡшы аңлай, сөнки үҙҙәре бер тамырҙан, бер оянан осоп сыҡҡан уҙамандар. Өҫтәлдәге икмәктең хаҡын улар һәйбәт белә.
Халыҡтың йәшәйешен яҡшыртҡан программа
Илвир Ҡиағап улы менән яңы һалынған күпер аша үтәбеҙ. Тантананан таралған халыҡ ҡәнәғәт йылмая, ниәтләгән эштең тиҙ арала тормошҡа ашыуына ҡыуана. Хакимиәт башлығы менән йәшәйеш хаҡында һөйләшәбеҙ:
– Илвир Ҡиағап улы, мине иң ҡыҙыҡһындырған һорау: халыҡты артығыҙҙан әйҙәү, бергә туплау һеҙҙең өсөн ауыр мәсьәләме?
– Юҡ. Бер хәҡиҡәткә инандым: халыҡ һиңә ышана, эштең һөҙөмтәһен күрә икән, һәр башланғысты күтәреп алырға ғына тора. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһын бишҡурайҙар районда беренселәрҙән булып күтәреп алды. Бөтә ауылдарҙың асфальт юлдары йүнәтелде, ҡом-таш түшәлде. Кесе Бишҡурай ауылында клуб һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөкләндерелде, – ти ул.
– Программаға ярашлы, ауыл халҡы ла изге маҡсатты тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Күп осраҡта кешеләр аҡса йыйырға ашҡынып тормай. Ҡайһы берәүҙәр эш, аҡса юҡлыҡҡа һылтана. Ә бына Бишҡурай халҡы был йәһәттән нисегерәк? – тип һорайым.
– Беҙҙә аҡса йыйыу мәсьәләһенә ыңғай ҡарайҙар, сөнки быға тиклем үҙ көсөбөҙ менән байтаҡ эш атҡарҙыҡ. Әлеге программаны мөмкин тиклем киңерәк файҙаланып ҡалырға теләк белдерә ауыл халҡы. Мәҫәлән, ошо беҙ үтеп барған күпергә кешеләр иғәнәне ике көндә йыйып ҡуйҙы. Ғөмүмән, Бишҡурай ауыл биләмәһендә уңған, эшһөйәр кешеләр эшләй.
Бер нисә кеше, крәҫтиән (фермер) хужалығы асып, үҙ эше менән мәшғүл, күпләп мал, ҡош-ҡорт тотоусылар ҙа бар.
Тырышып донъя көткәндәргә эш ҡарышмай ул. Ауылда тырыш кешеләр йәшәгәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора. Һәр йорт буялған, кәртә-ҡуралар төҙөк. Яҡшы өлгө күрһәткән ғаиләләр байтаҡ. Мәҫәлән, Иләкшиҙенән бер туған Айҙар, Динар, Артур, Раил Баһмановтар, крәҫтиән (фермер) хужалығы төҙөп, мал үҫтереп, ит ризыҡтары һатыу менән шөғөлләнә. Лилиә менән Флорид Ғиззәтовтарҙың тормошон йәштәргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Күп итеп мал аҫрап, етеш тормошта йәшәйҙәр. Өс малайы, Флоридтың терәге булып, ғаиләләре менән берҙәм эшләй. Улар халыҡтан һөт йыйып, май заводына тапшыра.
Земфира менән Линар Гәрәевтәр тураһында ла әйтеп үткем килә. Үҙҙәре өс бала тәрбиәләй, шулар эргәһенә тағы дүртенсеһен алдылар, – ти әңгәмәсем.
Эйе, ауыл халҡы матур итеп донъя көтә. Төҙөкләндереүгә бергәләшеп күп көс һалғандар. Бынан 20 йыл элек районда төҙөкләндереү буйынса ярыш үткәрелә башлаған. Ошо конкурста ҡатнашып, Бишҡурай ауыл биләмәһе өс-дүрт йыл рәттән беренселекте бирмәгән. Еңеүсе ауылға бер урамын төҙөкләндереү хоҡуғы бирелгән. Шул йылдарҙа бөтә урамдарға тиерлек асфальт һалдырғандар.
Шулай уҡ ун йылдар самаһы элек колхоз менән берлектә һәр йортҡа газ индереүгә өлгәшкәндәр. Бер өй ҙә утын менән йылытылмай хәҙер. Ауылдарҙа һыу мәсьәләһе элек-электән хәл итеүҙе көтә ине. Күпселек райондарҙа халыҡтың үҙәгенә үткән ошо ихтыяжды бөтөрөүгә күп көс һалынған Бишҡурайҙа. Районда беренселәрҙән булып һыу торбалары алмаштырылған, яңы һыу башнялары ҡуйылған.
“Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел” тигән мәҡәл йәшәй халыҡта. Зыяраттарҙың төҙөклөгөнә ҙур иғтибар бүленә. Уларҙы профнастил менән кәртәләгәндәр, эргә-тирәһе гел таҙартылып тора. Ҡойма өсөн дә аҡсаны ауыл халҡы йыйған. Әлеге эште атҡарыуҙа ауыл старосталары ярҙам иткән. Ҡойма һатып алыу – бер, кәртәләү икенсе мәсьәлә. Ял көндәре өмәгә йыйылып, үҙ көстәре менән атҡарғандар барыһын да. Йыл һайын яҙлы-көҙлө хәтер көндәре үткәрелә.
“Шишмәләргә барҙым һыу артынан...”
– Ата-бабаларыбыҙ шишмәләргә ныҡ иғтибарлы булған. Беҙҙә ошо матур йола юғала башлағайны. 90-сы йылдарҙа инештәрҙе мал тапап, тирә-яҡта сүп-сар өйөмдәре күренә башлағас, уларҙы кәртәләп, эргә-тирәһенә ағас, сәскәләр ултыртылды. Һәр шишмә өсөн яуаплы кешеләр беркетелгән: йә старосталар, йә ауыл депутаттары. Яҙлы-көҙлө шишмәләрҙең эргә-тирәһен таҙартыу, сәскә ултыртыу, ҡоймаһын рәтләү кеүек эштәр ойошторала. Шуныһы ҡыуандыра: хәҙер ауыл кешеләренең барыһының да өйөндә һыу булһа ла, күптәр шишмәнән ташып эсеүҙе хуп күрә. Ә туйҙар мәлендә йәш килендең, силәктәрен сайҡай-сайҡай ҡайтып килеүе ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо уята, – ти Илвир Ҡиағап улы.
Бишҡурай ауылында тау аҫтындағы Әүлиә шишмәһе бер заман район кимәлендә үткән шишмәләр конкурсында иң матуры тип билдәләнгән. Ошо исемгә тап төшөрмәҫ өсөн уны заманса итеп төҙөкләндергәндәр.
“Айыҡ ауыл” – айыҡ байрамдар
“Айыҡ ауыл” конкурсында Бишҡурай ауыл биләмәһе йыл да ҡатнашып тора. Әлбиттә, ауылда бөгөн эскән кеше юҡ тип әйтеп булмай, шулай ҙа был бәйгенең асылы – айыҡ тормош рәүеше алып барған ғаиләләр өлгөһөн күрһәтеү, тырыштарҙы дәртләндереү, тип һанай рәйес.
– Ошо конкурста ҡатнаша башлағас, айыҡлыҡҡа юл алдыҡ, тип әйтеүҙән тартынмайым, сөнки тәртипһеҙ эсеүселәр аҙайҙы. Иң мөһиме – халыҡҡа айыҡ килеш тә бына тигән байрамдар ойошторорға була икәнен иҫбатланыҡ. Йыл һайын “Ҡарға бутҡаһы”, “Наурыҙ” байрамдары шаулап үтә. Ауыл менән йыйылышып үткәргән сараларҙа өҫтәлдә “шайтан һыуы” булмай, – ти Илвир Ҡиағап улы.
Ауылда ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары ла әүҙем. Һәр байрам уларҙың башланғысы менән үтә. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар советы республикала беренселәрҙән булып “Сәксәк байрамы” ойошторған. Йыл һайын август-сентябрь айҙарында сәскә байрамы ойошторола.
Ташшишмә ауылында Муса Гәрәев тыуған нигеҙҙә ҡаһарман яҡташыбыҙҙың музейы эшләй. Әле пандемия арҡаһында ғына экскурсиялар туҡтатылып торған. Ҡунаҡтар музей менән танышҡандан һуң эргәләге быуала балыҡ ҡармаҡлай ала, Ташшишмәнең көмөш һыуынан ауыҙ итеп, сәй эсеү мөмкинлеге лә бар.
Музейҙағы күргәҙмәлә Муса Гәрәевтең бала саҡ йылдары тураһында ентекле мәғлүмәт тупланған. Бындағы бөтә әйберҙәр ҙә Гәрәевтәр ғаиләһенеке йәки туғандары тарафынан музейға тапшырылған.
...Бишҡурайға килеп ингән урында ауыл ҡапҡаһы ҡуйылған. Кемде генә ҡаршы алмай ул, кемде генә оҙатмай! Әммә ҡапҡа гелән төҙөк. Һәр яҡлап өлгө алырлыҡ ауыл биләмәһенең йөҙө һымаҡ.