Фитнес үҙәгендә эшләп йөрөүем. Ниндәй генә кешеләр килмәй, кемдер сәләмәтлеген ҡайғырта, кемдер ваҡыты күплектән йөрөй, ә кемдер...
Мин ҡатын-ҡыҙ араһында айырылып торған сибәр, һомғол, гел йылмайып ҡына һөйләшкән ханымды шунда уҡ күреп ҡалдым. Бындай һылыуҙар ир-атҡа оҡшай инде, үҙем дә ошондай ыңғай ҡатындарҙы күрһәм, һоҡланып туймайым. Кейәүҙә икәнен белдем, ҡулында балдағы ла бар. Күнегеүҙәр алдынан бөтә биҙәүестәрен сисеп, йәшниктә ҡалдыра.
Ике ай самаһы үткәс, мин уның бер тренерыбыҙ менән ауыҙын ауыҙға терәп тигәндәй, бик йылы, ихлас һөйләшеүен күреп ҡалдым. Бына һиңә мә! Һылтау табып, шул яҡҡа тағы бер тапҡыр барып әйләндем, һаман да пар күгәрсендәй гөрләшәләр.
Бына ни өсөн ул залдан иң һуңғыһы булып сыға икән! Беҙҙең егеттең ғаиләһен боҙоп ҡуймаһын тағы. Булыр бындай тыштан йылмайып, эстән ҡара уй менән йөрөгән сибәрҙәрҙән.
Шулай бер көндө ул тағы ла һуңлаңҡырап сығып, ишеккә йүнәлгәс, түҙмәнем, тренер янына индем: “Марат, ә һин уның кейәүҙә икәнлеген беләһеңме?” Ул ағарынып китте, тик үҙен тиҙ ҡулға алды: “Әлбиттә, миндә кейәүҙә”, – тине.
Шуның менән детектив тамамланды. Бик ҡыҙыҡ, уңайһыҙ хәлгә тарыһам да, шуны аңланым: мөхәббәт бар икән ул!