Йәмғиәт
2 Октябрь 2020, 07:01

“Уйламағанда ике ғүмерҙе ҡотҡарҙым”

Йәйге ҡайнар ҡояш, ниһайәт, офоҡ аръяғына тәгәрәне. Томралыҡ бер аҙ арытты шул быйыл. Һөйгәнемде фатирына тиклем оҙаттым, иртәгә осрашырға тип һүҙ ҡуйыштыҡ. Ҡайтырға ла йоҡларға, иртәгә таң һарыһынан эшкә...

Йәйге ҡайнар ҡояш, ниһайәт, офоҡ аръяғына тәгәрәне. Томралыҡ бер аҙ арытты шул быйыл. Һөйгәнемде фатирына тиклем оҙаттым, иртәгә осрашырға тип һүҙ ҡуйыштыҡ. Ҡайтырға ла йоҡларға, иртәгә таң һарыһынан эшкә...


Туҡталыштарҙың береһе янынан үтеп барышлай ҡатын-ҡыҙ һы­нын шәйләнем. Бәй, был ваҡытта мажара эҙләргә сыҡҡан түгелме был? Йөҙөнөң борсоулы булыуын күреп ҡал­дым, әллә илаған да инде... Кире бо­ролорғамы икән? Ялҡаулы­ғымды, йо­ҡомдо еңеп, машинаны кире борам. Бәлки, уға ярҙам кәрәктер.


Ҡараңғыла уның ауырлы булыуын абайламағанмын икән, яҡынлашҡас ҡына аңланым.


– Ни булды? Ниңә илайһығыҙ?


– Тулғаҡ тотам, бик ауыр, үләм бит, – тип ҡысҡы­ры­уы­нан үҙем дә ҡурҡыуға төштөм.


Тәжрибә юҡ, кеше ҡайғы­һына ҡарата иҫ тә китеп бармаған дыуамал йәш саҡ. “Нимә эшләргә? Машинала балаһын табып ҡуйһа? Креслоны бысратһа? Бер-бер хәл булһа?” Варианттар күп, тик шуныһы асыҡ: был минутта бер мин генә уға ярҙам итә алам.


13 минут эсендә беҙ дауаханаға килеп тә еттек. Сабый ҙа, әсәһе лә иҫән-һау, шөкөр. Табип: “Тағы бе­рәй ун минутҡа һуңлаһағыҙ, хәлдең насар тамамланыуы ла ихтимал ине”, – тине.


Аҙаҡ билдәле булыуынса, Нәйләнең ғаиләһендә туған­дары араһында ығы-зығы тыуған. Ҡатында бер кемдең дә ҡайғыһы булмаған, апты­раған көндән ул кемдеңдер ярҙамына өмөт итеп юл буйына сыҡҡан. “Өмөт” тигәне мин булғанмындыр, күрәһең. Төн ауышҡас ҡына ҡайтып киттем.

Бер нисә көндән Нәйлә­нең ире, туған-тыумасаһы мине эҙләп тапты. Аҡса, бүләк биреп, ғәйептәрен юйырға, аҡланырға маташтылар. Барыһынан да баш тартырға аҡыл етте.


Бер юлы ике ғүмерҙе ҡот­ҡара алғаныма хәҙер шатланып бөтә алмайым. Ә бит үҙем дә тәүҙә бик икелән­гәйнем. Аҡыл ултыра башланы, ахыры, егеттәр...
Читайте нас