Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылында эргә-тирәне йыйыштырыу һәм таҙалау йәһәтенән күп эш башҡарыла. Кешеләрҙең был тәҡдимде бер тауыштан хуплауы, төрлө сараларға тәүге көндәрҙән үк ҡушылыуы шатландыра.
Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Ҡариҙел районында был тәңгәлдә бихисап уй-ниәттәр тормошҡа ашырыла, уның шулай икәненә беҙ ҙә шаһит булдыҡ.
– Ҡариҙел халҡының уңған һәм тырыш икәнен барыһы ла белә, – тип һөйләй район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин.
– Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы эшһөйөүсәнлеккә, егәрлелеккә, хеҙмәт яратырға бәләкәйҙән өйрәтәбеҙ. Ҙур үҫкәс, уларҙың үҙҙәренә еңелгә тура киләсәк.
Илдар Вил улының һүҙҙәренә ҡарағанда, эшкә яҡшы мөнәсәбәттә булған үҫмерҙәр тормошҡа тиҙ яраҡлаша, донъя көткәндә кәртәләрҙе еңел үтә.
Күптән түгел “Таҙалыҡ көнө” республика акцияһы уҙғарылды. Уның барышында төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшсәндәре, ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы тирә-яҡты йыйыштырыу мәшәҡәттәренә башкөллө сумды.
Тәртип яҡлыларҙың урамдарҙы һепереүе, парк һәм скверҙарҙы таҙартыуы, юл буйындағы үләндәрҙе сабыуы, юлдарҙы тигеҙләүе, тротуарҙарҙы матурлауы һәм башҡа эштәргә йәлеп ителеүе – шуға асыҡ миҫал.
– Коронавирус тигән яман сир беҙҙән йыраҡ йөрөһөн тигән ниәттән сығып, һаҡланыу сараларын күрәбеҙ, – ти триммер ярҙамында паркта үлән сапҡан слесарь Ислам Ниғмәтуллин. – Бирсәткә бар, битлек кейгәнбеҙ, ә инде эште тамамлау менән ҡулдарҙы һәм биттәрҙе кер һабыны менән ҡат-ҡат йыуабыҙ.
Ҡоймаларҙы йәшел төҫкә буяған бухгалтер Зилира Ғәлинурова билдәләүенсә, эргә-тирәбеҙҙең таҙалығы һәм бөхтәлеге фәҡәт кешеләргә бәйле. Кемдер ялҡау икән, ул йәшәгән йорт та ҡотһоҙға әйләнәсәк. Дәртлеләрҙең иһә өйҙәре лә ялт итеп тора, күңелдәре лә күтәренке.
Был яҡтарға барырға ашҡынып торам, унда килгән һайын Ҡариҙелде шәхсән үҙем өсөн яңынан асам. Әле парктарҙың балҡышына һоҡландым. Район үҙәгендә генә уларҙың һаны бер нисәү. Мәҫәлән, Яр буйы, Еңеү, Ылыҫлы урман, Йәштәр һәм башҡа парктарҙан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәй. Ҡариҙелдәр эштә лә алдынғы, ялға ваҡытты ла дөрөҫ бүлә.