Бөгөн үтә ауыр яңылыҡ билдәле булды. Өфөлә “Башҡортостан-Хәбәрҙәр” журналисы Галина Заводникова вафат булған.
Билдәле буйынса, ул 9 сентябрҙә генә 35 йәшлек юбилейын билдәләгән булған. Ә бөгөн төндә табиптар уның вафат булыуы тураһында хәбәр итте.
Галинаны күптәр белә ине. Ул үҙенең сағыу репортаждары менән тәүҙә “Вся Уфа” каналын биҙәне, һуңғы йылдарҙа “Рәсәй-1” һәм “Башҡортостан-24” каналдарында хеҙмәт итте.
Галина - белеме буйынса тарихсы, тик үҙен телевидение журналисы булараҡ тапҡайны.
“Ул боҙло һыуға инә, хәрби техника аҫтына ташлана ине, беренселәрҙән булып табиптар менән ковид-госпиталдең “ҡыҙыл зона”һына ингән кеше. Тик Галяның иң ҙур мөхәббәте булып тарих һәм мәҙәниәт ҡала килде. Спектаклдәр премьераһынан репортаждар, сәхнә йондоҙҙары менән интервьюлар – ҡайҙа тормош ҡайнай, ул шунда ине”, – тип яҙа уның тураһында хеҙмәттәштәре.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы Галинаның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.