Өфөләге коррекция мәктәп-интернатында һаҡсы булып эшләгән 57 йәшлек ирҙе ҡулға алдылар. Суд был ғәмәлде ике айға тип билдәләне. Ул уҡыусы ҡыҙҙарға енси нигеҙҙә бәйләнеүҙә ғәйепләнә.
"Башинформ" агентлығы ҡарамағындағы видеояҙманан күренеүенсә, үҙенең посында торған һаҡсы уҡыусыларҙың тән температураһын үлсәй. Шунан бер мәлгә эш урынын ҡалдыра. Күрәһең, шул ваҡытта тыйылған ғәмәл менән булыша.
13 һәм 14 йәшлек ҡыҙҙар мәктәп директорына һаҡсының ҡыланышына ялыу итә. Етәксе хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр ебәрә.
Ғәйепләнеүсе ҡулға алынды. Эш республика Прокуратураһы һәм Тәфтиш комитеты контролендә.
Фото: ДТРК видеоһынан скриншот.