Бөгөн дә хәтеремдә, сентябрь башланыу менән атай-әсәйем, бигерәк тә аҙғын һыйыр малдарын, шулай уҡ атты (бынан тыш, беҙҙә кәзә менән һарыҡ күп ине) көн һайын ялан кәртәгә алып ҡайтып бикләүҙе талап итә торғайны. Ауылда хужалыҡ иҫәбенә йәшәгәс, уларҙың береһенең дә юғалыуына юл ҡуйманылар. Ә бит йыл һайын кемдер айғыры йәки бейәһенән ҡолаҡ ҡаға торғайны.
Әйткәндәй, сентябрь аҙаҡтарында Ейәнсура районы кешеһе бер өйөр атын таба алмауы тураһында хәбәр иткәйне. 50 баш йылҡыны Ырымбур өлкәһе далаһынан алып ҡайттылар. Эҙҙән юллап килеүселәр күп булғас, ат ҡараҡтарына эҙ яҙҙырыуҙан бүтән сара ҡалмаған.
Ошо ваҡиғаға күп тә үтмәне, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә инде Әлмир Әбүбәкеров йәне әрнеп бейәһенең юғалыуын хәбәр итте.
- Бер баштың кинәт кенә юҡ булыуы башыма һыймай, – тип ҡайғыһын һөйләне ул. – Бурҙарҙың 100 йәки 50 атты Ырымбур биләмәһе аша Ҡаҙағстан далаларына ҡыуып алып киткәнен ишеткән бар. Ә яңғыҙ ат кемгә кәрәк булды икән? Нисек алып киткәндәр?..
Әлмир Иҫәнғол ауылының эргә-тирәһен арҡырыға-буйға эҙләп сыҡҡан, бер ниндәй ҙә һөҙөмтә булмаған. Ҡашҡаһы – берҙән-бер аты. Уның билдәләре түбәндәгесә: маңлайында – ҡашҡа, ҡойроғоноң ҡылы ҡыҫҡа итеп ҡырҡылған, ҡыңғырауы бар (уғрылар уны алып ташлауы ла ихтимал), әсе итеп һыҙғырыуға шунда уҡ иғтибар итә.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.