Йәмғиәт
4 Октябрь 2020, 15:00

Иң оҫта таксист кем?

"Ә бына автомобилдең ҡыйығына ултыртылған һыулы стаканды сайпылтмай тәғәйен ергә килтереп еткереү өсөн байтаҡ тир түктем".

Өфөлә “Рәсәйҙең иң яҡшы таксисы-2020” Бөтә Рәсәй конкурсының Башҡортостан этабы ойошторолдо. Бик көсөргәнешле барған бәйгелә Альберт Дүсәевкә етеүсе табылманы. 106 балл йыйған яҡташыбыҙ тиҙҙән Сочи ҡалаһында уҙғарыласаҡ илебеҙ кимәлендәге ярышта республика данын яҡлаясаҡ.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре, такси тураһындағы закон, беренсе ярҙам, автомобиль ҡоролошо, төбәк тарихы – ошоноң ише һорауҙарға яуап бирҙе конкурсанттар.
- Һорауҙар еңел дә һымаҡ тойолдо, шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәре ауыр ҙа ине, – тип һөйләй еңеүсе. – Башҡортостанды арҡырыға-буйға йөрөгәс, уға бәйлеләренә яуап биреү артыҡ ҡаушатманы, шулай уҡ беренсе ярҙамды күрһәтеүҙе лә еңел башҡарҙым. Ә бына автомобилдең ҡыйығына ултыртылған һыулы стаканды сайпылтмай тәғәйен ергә килтереп еткереү өсөн байтаҡ тир түктем.
Альбер Дүсәевтең һүҙҙәренә ҡарғанда, бындай конкурстарҙы йышыраҡ ойошторорға кәрәк, ул таксистарға ҡарата иғтибарҙы күрһәтә.
Фото: Башинформ.
Читайте нас