Йәмғиәт
4 Октябрь 2020, 10:00

Үҫмер ҡыҙҙы эҙләшәйек

Фотоһүрәткә иғтибарлап ҡарағыҙ, бәлки, күргәнһегеҙҙер?..

Өфөнән 14 йәшлек Диана Эдуард ҡыҙы Хафизова юғалған. Үҫмер 2 октябрҙә өйөнән сығып киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Ирекмәндәрҙең ярҙамы кәрәк.

Ҡыҙҙың билдәләре: буйы 170 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, оҙон ҡара сәсле, һоро күҙле.

Өҫтөнә капюшонлы һоро толстовка, ҡара шаҡмаҡлы асыҡ төҫтәге салбар, аяғына ҡара замша кроссовка кейгән.

Һеҙ йәшәгән районда йөрөүе мөмкин. Күреүселәр булһа, 8 800 700 54 52 һандары буйынса ирекмәндәргә йәки 112 телефонына шылтыратыуығыҙ һорала.

Фото: Горобзор.ру
Читайте нас