Бөгөн 14 йәшлек Диана Хафизова исемле ҡыҙҙың юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Яңыраҡ ирекмәндәр ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе: үҫмер табылған, иҫән-һау.
Ҡайҙа йөрөгәнлеге тураһында билдәһеҙ. Ҡыҙ үҙе "былай ғына йөрөнөм" тип яуаплаған, ә яҡындарына иҫкәртеп шылтыратырға онотҡан...
Балалары өсөн ут йотоп, үлеп терелгән яҡындары менән бергә беҙ ҙә шатланабыҙ.