Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2020, 14:30

"Атайымдан ҡалған мылтыҡ ине..."

Учалы районында йәшәгән ир ҡоралды өйөндә мейес артында һаҡлаған була.

Учалы районының бер ауылында полиция законһыҙ һаҡланған мылтыҡ һәм уға йөҙ патронды тартып ала. Ҡорал ирҙең өйөндә мейес артында һаҡланған була.
Тикшереү мылтыҡтың төҙөк булыуын күрһәтә. Уның хужаһы: "Мәрхүм атайымдан ҡалған мылтыҡ ине", - тип аҡлана, әммә уны законһыҙ һаҡлағанын таный.
Әлеге мәлдә уға ҡарата енәйәт эше асылған һәм ғәйепләнеүсегә ауылдан сығып йөрөмәҫкә ҡушылған.
Фото: Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: