Йәмғиәт
5 Октябрь 2020, 11:00

"Фәнәүи ағай, һин ҡайҙа?"

Фәнәүи ағай Удмурт Республикаһының Сарапул ҡалаһында йәшәй икән. Өс аҙна һайын Әмзә ауылына туғанына хәл белергә килеп йөрөгән...

Республикабыҙға Сарапул ҡалаһынан килеп ғәйеп булған Фәнәүи Хәмзинды эҙләйҙәр. Был хаҡта "Горообзор" порталы хәбәр итә.
Яҡындары белдереүенсә, ул 27 сентябрҙән бирле юҡ. Фәнәүи ағай Удмурт Республикаһының Сарапул ҡалаһында йәшәй икән. Өс аҙна һайын Әмзә ауылына туғанына хәл белергә килеп йөрөгән. Килгән саҡта уҡ кире ҡайтыу өсөн билетын да хәсәтәрләп ҡуйыр булған.
Был юлы ла 27 сентябрҙә сәғәт 15:08-ҙә эликтричкаға ултырған, кирегә билетын да алған. Әмзәлә төшкән – быны поезды оҙатып йөрөүсе дәлилләгән. Әммә унда уны берәү ҙә күрмәгән. Яҡындары әйтеүенсә, яҡын туғанына барып еттеме ул, әллә юҡмы - билдәһеҙ. Апаһы бик ҡарт, сығып йөрөмәй икән.
Бабайҙың ҡайҙалығын асыҡлауы бик ауыр, кеҫә телефоны, банк карталары менән ҡулланмаған ул. Әллә яңылыш икенсе электричкаға ултырып киттеме, бәләгә тарынымы, тип борсола яҡындары.
Уның туғандары полицияға ла, тирә-яҡтағы медицина учреждениеларына ла мөрәжәғәт иткән. Шулай уҡ уларҙы бер сәйер күренеш аптыратҡан. ”Бәләкәй генә Әмзәлә Фәнәүи Хәмзинды танып беләләр. Инде алты тапҡыр килдек был ауылға, әммә беҙ йәбештереп киткән иғланды алып ташлайҙар...” - ти улар.
Оло кешегә 81 йәш, буйы 170 сантиметр тирәһе. Өҫтөнә ҡара ыштан, сатраш күлдәк, ҡара төҫтәге башлыҡ, ҡара еңелсә куртка кейгән булған. Хәтере лә бик шәптән түгел.
Уны күреп-белеүселәргә 89124627017 телефоны буйынса йәки “ Лиза Алерт”тың Башҡортостандағы "ҡыҙыу бәйләнеш"енә (8 800 700 5452) шылтыратыу һорала.
Фото: "Горообзор".
Читайте нас