Ауылдар бик күп бөйөк-бөйөк шәхестәрҙе тыуҙырған, ғалимдар ҙа, нескә күңелле шағирҙар ҙа ауылдың бәрхәт үләнендә, көрт баҫҡан урамдарында аунап үҫкән. Ғөмүмән, тормошто ошо эреле-ваҡлы ауылдарҙан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Элегерәк йәше-ҡарты әмәле табылыу менән эркелеп ҡалаға китеү яғын ғына ҡараһа, һуңғы осорҙа хәлдең ҡырҡа үҙгәреүе һиҙелә. Гүзәл тәбиғәте, саф һауаһы менән генә түгел, ауылдарҙың торған һайын йәшәү өсөн уңайлыраҡ, күркәмерәк, төҙөгөрәк була барыуы ылыҡтыра.
Илебеҙҙә ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереүҙең оҙаҡ ваҡытҡа иҫәпләнгән стратегияһын эшләү буйынса эш дауам итә. Был йәһәттән урындағы муниципаль берәмектәрҙең үҙидара органдары ҙур эш башҡара ала. Республикала тормошҡа ашырылған “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ла ышаныс ныҡ. Эш башы программаларҙың күплегендә генә түгеллеген Илеш районында ла яҡшы аңлайҙар. Ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү халыҡтың социаль йәшәйеш проблемалары менән тығыҙ бәйләнгән. Бәләкәй генә ауылдың да тормошта ифрат ҙур, кисекмәҫтән хәл итәһе мәсьәләләре бихисап. Халыҡтың көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтеү, теңкәгә тейгән проблемаларын сисеүгә йөҙ менән боролған эшҡыуарҙар, ауылдаштарының ихтыяжын тәрән аңлап, киләсәген яҡшы күҙ алдына килтереп эш итә. “Иштау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Хәмит Ғәбит улы Уҙаманов – яҡташтарының тормош сифатын яҡшыртыуға лайыҡлы өлөш индергәндәрҙең береһе.
Заманында Иштуған, Йомағужа һыу һаҡлағыстарында эшләп ҙур тәжрибә туплаған уҙаман 2006 йылда “Иштау” йәмғиәтен ойоштора. Тәүҙәрәк һыу менән бәйле объекттарҙа төрлө хеҙмәттәрҙе ойоштороп, яһалма һуғарыу менән шөғөлләнгән булһалар, аҙаҡ эш күләме арта. Ҡуртымға алынған 16 быуаны файҙаланыу, төҙөкләндереү, хеҙмәтләндереүҙән тыш, туҙған һыу үткәргестәрен алмаштырыу, ремонтлау, һыу үткәреү кеүек халыҡ маҙаһына тейгән проблемаларҙы хәл итеүгә тотоналар.
– “Реаль эштәр” программаһында ҡатнашып, юлдарға ҡырсынташ түшәү, тигеҙләү эштәрен башҡарҙыҡ, – ти Хәмит Ғәбит улы. – Үрге Сереккүл, Ишҡар ауылдарында һыу менән тәьмин итеү системаһын ремонтланыҡ, иҫкергән торбалар яңы полиэтилен үткәргестәргә алмаштырылды. Исәмәт, Сереккүл, Этәй ауыл биләмәләрендәге юлдар төҙөкләндерелде. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, Бишҡурай, Дөмәй ауыл Советтарында юл ремонтлау эштәре дауам итә.
Ауылды һыу менән тәьмин итеүгә бәйле эштәргә ихтыяж ҙурлығы сер түгел. Шуға күрә “Иштау” йәмғиәте һыу ҡоҙоҡтары, канализация өсөн ҡулсалар етештереүгә тотонған. Ауыл халҡы өсөн ағас ярҙырыу, бысыу, ҡырҡыу эштәрен дә еңеләйтә предприятие, бик кәрәкле пилорам хеҙмәттәрен күрһәтә башлай. Шулай уҡ базаһында булған экскаватор, трактор, самосвал, автотрактор кеүек техниканы ҡуртымға алып тороп файҙаланырға мөмкин. “Ҡыш бер аҙ эш туҡтап тора, төҙөлөш эше һүлпәнәйә, шулай ҙа ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ, мейес һалабыҙ, бәҙрәфтәр эшләп һатабыҙ, йорт фасадтарын төҙөкләндерәбеҙ, мәшәҡәт етерлек”, – ти предприятие етәксеһе.
Шишмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү эшенең дә беҙ уйлағанса анһат эш түгеллеген етәксенең һүҙҙәренән аңланыҡ. Һыуҙың анализын алғас, проект-сметаһын төҙөйһөң, инеш башланған ерҙә ҡулса урынлаштыраһың, ял итеү өсөн беседкаһы ла, уңайлы юлы ла булырға тейеш. Тирә-яҡты йәмләгән ағас-ҡыуаҡтар ултыртырға ла тура килә. Өҫтәүенә хәҙер шишмәләрҙең архитектура яғынан биҙәлешен яҡшыртыуға ла иғтибар ҙур.
Хәмит Ғәбит улы матурлыҡҡа ғашиҡ кеше, Илеш ауылдарының йылдан-йыл күркәмләнә барыуы өсөн һөйөнөүен йәшермәй.
– Йәркәй иртә яҙҙан һалҡын көҙгәсә сәскәгә күмелеп ултыра. Быйыл ултыртылған 60 мең үҫенте, дәррәү сәскә атып, миҙгел буйы кәйефте күтәрҙе. Юлдарҙың төҙөкләндерелеүенә, тротуарҙар һалыныуына халыҡ һөйөнә. Районда ҡырҡлап һыу башняһы алмаштырылды, ике йөҙ километрлыҡ һыу үткәргес һуҙылды. Хәҙер халыҡ һыуҙы өйгә индерергә тырыша. Йәшәү шарттары һис тә ҡаланыҡынан кәм түгел, бәлки, яҡшыраҡтыр ҙа...
Саф һауа, тәбиғәт шарттары яҡшы, тирә-яҡты бысратҡан заводтар юҡ, рәхәтләнеп йәшә генә.
Төҙөкләндерәһе һыу сығанаҡтары ла, юлдар ҙа бар әле. Быйыл ете километр юлға ҡырсын түшәлде. Ә шишмәләр тас сабый бала кеүек, йыл әйләнәһенә тәрбиәләп тороуҙы ярата, – ти Илештең тынғыһыҙ, булдыҡлы уҙамандарының береһе Хәмит Уҙаманов. Өйҙә ҡарашыңдан аңлап торған хәләл ефетең, ян-яғыңда һәр саҡ ярҙамға әҙер торған ышаныслы ике терәгең – ир ҡорона ингән улдарың булыуы ла атай өсөн оло ғорурлыҡ.
“Иштау”ҙың уңыштары ишле булырына, илештәрҙең тормошона киләсәктә лә яңы биҙәк, ҡот өҫтәренә күңелдә бер ниндәй ҙә шик юҡ.