Йәмғиәт
6 Октябрь 2020, 09:00

Белмәһәң, кеҫәңде “йоҡартыуҙары” ихтимал

Әсәләр сабыйҙарын көндөҙ йоҡлата алмауына зарланған...

Бөгөн Башҡортостанда яңы закон көсөнә инде. Хәҙер республика биләмәһендә тораҡ йорттарҙа һәм ятаҡтарҙа “төҙөлөш тынлыҡ сәғәте” эшләй башлаясаҡ.
Бөгөндән башлап көндөҙгө сәғәт берҙән өскә тиклем ваҡыт арауығында, ремонт эштәре менән булышып, кешеләрҙең маҙаһына тейергә ярамаясаҡ. Тынлыҡ ваҡытын боҙған граждандарға бер мең һумдан ике мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ. Юридик берәмектәр өсөн - 10 меңдән 15 мең һумға тиклем.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, һайлаусыларҙан, нигеҙҙә бәләкәй балалары менән өйҙә ултырған әсәләрҙән, шундай үтенес килгән. Улар сабыйҙарын көндөҙ йоҡлата алмауына зарланған. Закон проекты Интернетта фекер алыуға сығарылған. Аҙ ғына өҫтөнлөк менән “тынлыҡ” яҡлылар еңгән. Закон файҙаланыуға тапшырылған яңы йорттарға йыл ярым ваҡыт дауамында ҡағылмаясаҡ.
Фото:story-mart.ru
Читайте нас