Йәмғиәт
6 Октябрь 2020, 09:33

“Бейеү беҙҙе дуҫлаштырҙы, бейеү беҙҙе ҡауыштырҙы”

Ғүмер көҙөнәсә йәшлек хистәрен сайпылдырмай, бер-береһенә әле булһа һөйөү күҙҙәре менән бағып, тормош юлын лайыҡлы үткән ғаиләләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Әбйәлил районының МТС ауылында йәшәгән Римма менән Ғәле Усмановтарҙы ла тап шундайҙар рәтенә индерергә мөмкин. Бер-береһен ҡәҙерләп, ярты һүҙҙән, бер ҡараштан, бер ымдан аңлап һәм һаҡлап йәшәүсе ғаилә – күптәргә өлгө.

Ғүмер көҙөнәсә йәшлек хистәрен сайпылдырмай, бер-береһенә әле булһа һөйөү күҙҙәре менән бағып, тормош юлын лайыҡлы үткән ғаиләләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Әбйәлил районының МТС ауылында йәшәгән Римма менән Ғәле Усмановтарҙы ла тап шундайҙар рәтенә индерергә мөмкин. Бер-береһен ҡәҙерләп, ярты һүҙҙән, бер ҡараштан, бер ымдан аңлап һәм һаҡлап йәшәүсе ғаилә – күптәргә өлгө.


Әбдрәш ауылында донъяға килгән Римма Ғәлимйән ҡыҙы күрше Сиҙәм ауылына йөрөп уҡый. Буласаҡ тормош иптәшен ул “Гөлнәзирә” бейеү ансамблендә шөғөлләнгәндә осрата. Юғарыраҡ класта белем алған ҡарағайҙай төҙ, мыҡты кәүҙәле Ғәле Ибраһим улы ансамблдең сағыу бейеүселәренең береһе була. Яңы бейеү һалғанда төркөмгә килгән ҡыҙҙы уның менән бер парға ҡуялар. Дәрестән һуң репетицияларҙан ауылдарына йәйәү ҡайтыу эҙһеҙ үтмәй, йәштәр араһында мөхәббәт уты тоҡана.
Туғыҙынсы кластан һуң егет Таштимер һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, ҡыҙ Баймаҡ ҡалаһындағы уҡыу йортона бара. Улар араһында көн һайын тиерлек һөйөү һүҙҙәре тулы хаттар йөрөй, йәштәр каникул һәм байрам ваҡыттарында ғына осраша. Ғәле Усманов өс йыл уҡығандан һуң, ҡулына диплом тотоп, туған совхозына эшкә ҡайта, аҙаҡ әрме сафына саҡырыла.
Был ваҡытта Римма Ғәлимйән ҡыҙы ла хеҙмәт юлын башлай, һөйгәнен әрме сафынан көтөп ала. 1978 йылда йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә. Ғаилә башлығы “Урал” совхозында эшләй, хужабикә Әлмөхәмәт ауылына балалар баҡсаһына урынлаша. Бер-бер артлы өс балалары донъяға килә, бөгөн уларҙың һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар. Бәхетле олатай менән өләсәй өс ейәнсәр, дүрт ейән һөйөп, балаларының шатлығына ҡыуанып ғүмер итә.
– Балаларға һәр саҡ әйтә киләм, кешене һөнәр түгел, ә кеше һөнәрҙе биҙәй, тип. Беҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы, эшебеҙҙә хөрмәт күреп, тырышып эшләнек. Ул осор ҙа икенсерәк ине, “Урал” совхозының гөрләп торған мәле, миллионер совхоз, эш күп, аҡса бар. Аҙаҡ донъялар үҙгәреп киткәс, иптәшем ауыл көтөүен дә көттө, башҡа эштәрҙе лә башҡарҙы. Әммә бер ваҡытта ла эшенән кәмһенмәне, ауылдаштар араһында ихтирам яуланы, һүҙе һүҙ булды, уны йыл һайын һорап, ауыл көтөүен көтөргә саҡырҙылар. Хәҙер икебеҙ ҙә хаҡлы ялда булғас, баҡса үҫтерәбеҙ, ҡош-ҡорт, мал тотабыҙ. Тормош булғас, барыһы ла гел генә ал да гөл түгел. Аяҙ, ҡояшлы мәлдәр ҙә, буранлылары ла етәрлек. Шул ауыр мәлдәрҙе бер-береңде тыңлап, ҙур түҙемлек менән үҙ-ара һөйләшеп-кәңәшләшеп үткәрергә кәрәк. Йәмәғәтемдән уңдым, тип әйтә алам. Мине һәр саҡ ҡатын-ҡыҙ һәм әсә булараҡ ихтирам итте, ҡәҙерләне. Әле лә шулай. Балаларҙы үҙ өлгөһөндә тәрбиәләне. Улдарына үҙе һәр эште өйрәтте, ә мин ҡыҙыма дөрөҫ тәрбиә бирергә тырыштым. Ғаиләлә атай һүҙе, атай абруйы беренсе урында торҙо. Әле лә балаларға ниндәйҙер эшкә тотонор алдынан “Атайығыҙ ни әйтер?” тип һорайым, – ти Римма Ғәлимйән ҡыҙы.

Ҡасандыр бейеү уларҙы осраштырып ҡауыштырһа, бөгөн иһә бейеү уларҙың күңелен күтәрә, йәштәрсә дәрт һәм илһам өҫтәй. Бөгөн дә шаян һәм дәртле Ғәле Ибраһим улы, кәүҙәһен егеттәрсә төҙ тотоп, рәхәтләндереп “Ҡарт Байыҡ”ты бик оҫта башҡара, уның янына тыпырлатып Римма ханым да төшөп китә. Ғаилә байрамдарында олатайҙарының бейеүенә хәҙер ейәндәре менән ейәнсәрҙәре лә ҡушыла. Бына шундай үҙенә күрә бәләкәй генә ғаилә ансамбле барлыҡҡа килгән Усмановтарҙа.


Әбйәлил районы.
Читайте нас